Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 14:16

Солоҡтағы ҡушкөбәк

Тәүәкәс ауылынан Мәхмүт ағайым (Ғәлин) заманында һунарсы ла, балыҡсы ла була торғайны.

Солоҡтағы ҡушкөбәк
Солоҡтағы ҡушкөбәк

Тәүәкәс ауылынан Мәхмүт ағайым (Ғәлин) заманында һунарсы ла, балыҡсы ла була торғайны. Хәҙер ул күптән мәрхүм. Һүҙгә  маһир ир-уҙаман һунарҙа булған хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡ итеп һөйләй торғайны. Бына уның бер мажараһын һеҙгә лә яҙайым әле.

 Элегерәк һунарсылар һунарҙан һуң мылтыҡ һәм башҡа  кәрәк-яраҡтарын урманда йәшереп ҡайтыр булғандар. Әллә күтәреп йөрөүе ауыр булғанмы, әллә кеше күҙе теймәһен типме, ул турала тарих өндәшмәй.  

Урманға сираттағы сәфәре уңышлы була. Һунар тоҡсайы арыу ғына тарта. Көн дә кискә ауыша башланы, ҡайтырға ваҡыт. Әминә тауының был яғындағы урманды үтеп, йылғаға еткәнсе байтаҡ ҡына саҡрым юл үтергә кәрәк, арыттырған да, етмәһә. Билдәләнгән еренә килеп еткәс, Мәхмүт ағай бер ҡыуышыраҡ ағас табып, шуның эсенә ҡушкөбәген  ҡуйып, тыныс ҡына ҡайтып китә, тәүгегә ҡалдырмай бит.

 Бер нисә көн үткәс, ҡабаттан һунарға сыға. Һыу, күмәс һалынған тоҡсайын еңел генә артмаҡлап, “һә” тигәнсе шартлы урынға килеп тә етә.  Әллә үткәндә ныҡ арығанлығынан, әллә эңер ҡараңғылығы сәбәпле, ағасты аныҡ хәтерҙә ҡалдырмаған. Ағай мылтығы йәшерелгән ҡыуышты таба алмай ҙа ҡуя. Эй эҙләй — таба алмай. Тамам хәлдән тайып, буш ҡул менән кире ҡайтып китә. Мылтыҡһыҙ һунарсы һунарсымы  ни! Шуныһы йәнен көйҙәрә.

Бәхетенә күрә, мылтыҡ йәшерелгән биләмәлә солоҡтар урынлашҡан була. Умартасы ауылдашы  инәү һалынған ағас ҡыуышлыҡтарын барлап, кәрәҙле бал йыйырға йүнәлә. Ҡыуыштарҙы һаҡлыҡ менән асып, татлы ризыҡтарҙы тултыра ғына! Шулай бер ҡыуыштан бысаҡ менән кәрәҙҙәрҙе ҡырҡҡанда бысаҡ “саңҡ” итеп ниндәйҙер тимергә барып тейә. Балсы кәрәҙҙе ала бирә һәм теге тимерҙе абайлап ҡала. Ул да булһа  Мәхмүт ағайҙың ҡушкөбәкле тимер дуҫы булып сыға! Бына шулай мылтыҡ бал араһында йәшерелгән булған...

Айрат Салауатов.

Оҙондар ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: