Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 13:42

“Минең милли ризығым”

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы быйылғы уҡыу йылында ла дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Минең милли ризығым” флешмобын үткәрҙе.

“Минең милли ризығым”
“Минең милли ризығым”

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы быйылғы уҡыу йылында ла дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Минең милли ризығым” флешмобын үткәрҙе. Районыбыҙҙың барлыҡ мәктәп коллективтары һәм уҡыусылары   уға ихлас ҡушылды.

Сараның маҡсаты — уҡыусыларҙа туҡланыу мәҙәниәте нигеҙҙәрен булдырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең абруйын күтәреү, балаларҙы халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары менән таныштырыу, үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләргә өйрәтеү булып тора.

Уҡыусылар ололар менән бергә  башҡорт,  татар, рус, латыш, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың милли аш-һыуҙарын әҙерләне. Оҫталыҡ дәрестәре барышында ашнаҡсылар ризыҡтарҙы бешереү рецебы һәм серҙәре менән уртаҡлашты. Һөҙөмтәлә, көн дауамында белем усаҡтарында берәүҙәр бишбармаҡ, икенселәре ҡыҫтыбый, өсөнсөләре сәк-сәк, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, билмән, төрлө эслекле бәлештәр һәм башҡаларҙы табынға өлгөрттө.  Уҡыусылар был эштән ҙур ҡәнәғәтлек алды.

Гөлсөм Ибраһимова,

“Туҡланыу үҙәге” белгесе.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: