Инйәр
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 14:03

Хеҙмәт тәрбиәһе һалынған

Зәйет мәктәбе уҡыусылары Хөснөтдинова Гөлфиә, Әхмәрова Алһыу, Мостафин Алмаз волейбол ярыштарына ла, гитарала уйнарға ла, шул уҡ ваҡытта уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшергә лә өлгөрә.

Хеҙмәт тәрбиәһе һалынған
Хеҙмәт тәрбиәһе һалынған

Зәйет мәктәбе уҡыусылары Хөснөтдинова Гөлфиә, Әхмәрова Алһыу, Мостафин Алмаз волейбол ярыштарына ла, гитарала уйнарға ла, шул уҡ ваҡытта уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшергә лә өлгөрә. Ауылда үҫкән балалар мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәләренә йорт эштәрендә лә ярҙам итә: мал ҡарау, утын-һыу ташыу, ҡар көрәү, өй йыйыштырыу  кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙе етеҙ генә башҡара улар. 7-селәрҙе Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Мостафина етәкләгән. Ул үҙенең уҡыусылары менән ҡәнәғәт.

— Шау “бишле”гә генә уҡымаһалар ҙа балалар тырыш. Иң мөһиме уларҙа хеҙмәт тәрбиәһе бар. Хеҙмәт тәрбиәһе алғандар мәктәптә лә  әүҙем, бөхтә һәм башҡаларға ла ярҙам күрһәтә белеүҙәре менән айырылып торалар. Берәүҙәре фән, икенселәре спорт, өсөнсөләре сәнғәт менән ҡыҙыҡһына.  Әле үк буласаҡ һөнәрҙәре хаҡында уйланалар. Еңел-елпе генә йөрөмәйҙәр, ҡуйылған маҡсаттары бар. Балалар ижад мәктәбенән уҡытыусылар килеп үткәргән түңәрәктәргә теләк менән йөрөйҙәр. Түңәрәктәр алдағы йылдарҙа  төрлө һәм йышыраҡ булһын ине ,  — тип теләктәрен еткерҙе  Г.Мостафина.

Алда ҙур уртаҡ эш көтә

Ләлә Сәрүәретдин ҡыҙы Усманова ҡарамағына мәктәптең өлкән 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары тапшырылған. Һәләтле уҡытыусы үҙенең кисәге уҡыусыларының балаларына  белем һәм тәрбиә бирә.  Үҫмерҙәр менән эшләүҙең үҙ серҙәрен, алымдарын белгән тәжрибәле педагог һәр уҡыусыһының күңеленә юл, уның менән уртаҡ тел таба. 8-се класс уҡыусылары Әхмәрова Дилара һәм Хөснөтдинова Ангелина остаздарының, ата-әсәләренең ышаныстарын аҡларға тырыша. Дилара һүрәт төшөрөргө, әҙәби китаптар уҡырға ярата. Ангелина спорт менән дуҫ, уға география дәресе ныҡ оҡшай икән, гитарала уйнарға өйрәнә.

Сығарылыш класта: Хәмзинә Сәриә, Мостафина Алина, Әрҙәширов Илнар һәм Бекмаметов Радмир белем ала. Сәриә район, республика, төбәк-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнашып, районыбыҙҙың данын яҡлаусы ҡыҙ. Уҡыу алдынғыһы класташтары өсөн дә терәк. Әле 9-ҙар алдында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу һынауы тора. Көн тәртибе көсөргәнешле булһа ла йәштәр уҡытыусыларының  ышаныслы ярҙамсылары. Мәктәптәге бер байрам да, йыйылыш та өлкән кластарҙан башҡа уҙғарылмай. Уларға имтихандарҙа уңыштар теләйбеҙ.

Дилара Янбаева яҙып алды.

Автор фотолары.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: