Инйәр
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 13:39

“Еҙем-фест”тан илһам алып...

Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә “Еҙем-фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” төбәк-ара фестивале уҙҙы.

“Еҙем-фест”тан илһам алып...
“Еҙем-фест”тан илһам алып...

Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә “Еҙем-фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” төбәк-ара фестивале уҙҙы. Сара “Тархан” туристик операторы тарафынан ойошторолдо һәм РФ Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Тамашасылар өсөн бай программа әҙерләнде:  атта һәм санала йөрөү, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм ғаилә менән күңелле старттар. Майҙансыҡта һөнәрселәр йәрминкәһе һәм аш-һыу менән сауҙа итеү урындары эшләне. Йыйындың спорт уйындарына арналған өлөшөндә “Мәргән уҡсы” башҡорт уғынан атыу ярышы, “Бәйге” форматында башҡорт бәйгеһе һәм Бөрө уҡсыларының “Русские забавы” программаһы тәҡдим ителде. “Еҙем-фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” марафоны барышында “Бишбармаҡ” кулинария студияһы үҙенсәлекле яңылыҡ – заманса бишмармаҡ тәҡдим итте. Байрамда Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән командалар үҙ-ара көс һанашты. Сарала беҙҙең райондан Айгөл һәм Илдар Ҡунаҡбаевтарҙың ғаиләһе ҡатнашты.

—  Иҫ киткес фестиваль! Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Был көн беҙҙең хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр! Ғаиләбеҙ менән уйындарҙа ихлас ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙ өсөн күп нәмә белдек, яңы дуҫтар һәм таныштар  таптыҡ. Уҡтан атыу оҡшаны. Һоҡланғыс тамаша! — тип йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты А.Ҡунаҡбаева.

Д.Янбаева.

А.Ҡунаҡбаева тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: