Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 14:38

Бер быуатҡа яҡын ғүмер

Абҙан ауылының хөрмәтле оло кешеләренең береһе Ғәтифә Сиражитдин ҡыҙы Рәхмәтуллина ғинуар айында 95 йәшлек мөбәрәк юбилейын билдәләне. 

Бер быуатға яҡын ғүмер
Бер быуатға яҡын ғүмер

Абҙан ауылының хөрмәтле оло кешеләренең береһе Ғәтифә Сиражитдин ҡыҙы Рәхмәтуллина ғинуар айында 95 йәшлек мөбәрәк юбилейын билдәләне.  Ул ғүмер буйы “Свердлов” исемендәге колхозда тир түккән тыл ветераны. Тормош иптәше Миңлеәхмәт Мәсәлим улы менән  7 ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауырлыҡтарға ҡарамай,  балаларының һәр береһенә яҡшы белем биреп, һөнәр алырға ярҙам итәләр. Бөгөн улар төрлө өлкәләрҙә эшләгән уңышлы кешеләр. Һәр береһенең үҙ ғаиләләре бар.

Ғәтифә Сиражитдин ҡыҙы бәхетле инәй, өләсәй, ҡартөләсәй. Абруйлы йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның хәтере яҡшы, йорт тирәһендә лә йүгереп йөрөй. Ауылдашыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙаҡ йылдарға рух ныҡлығы теләйбеҙ.

Алина Исламова,

Абҙан ауыл хакимиәтенең йәштәр эше һәм спорт буйынса  белгесе.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: