Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 13:55

Балаларҙың һәләттәре үҫешергә тейеш

Зәйет мәктәбенең 5-се  һәм 6-сы класс уҡыусыларының класс етәксеһе —  Рита Рәис ҡыҙы Әбделмәнова.

Балаларҙың һәләттәре үҫешергә тейеш
Балаларҙың һәләттәре үҫешергә тейеш

Зәйет мәктәбенең 5-се  һәм 6-сы класс уҡыусыларының класс етәксеһе —  Рита Рәис ҡыҙы Әбделмәнова. Класс уҡыуҙа ла,   сараларҙа ла берҙәм. Йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, Рита Рәис ҡыҙы хеҙмәттәштәре һәм ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән.

— Ике класта — 7 уҡыусы. Балалар һаны аҙ булғанлыҡтан,  мәктәптә кластарҙы берләштереү ғәҙәти күренеш. Бының ыңғай яғы ла бар — өлкәнерәктәре түбән кластарға күҙ-ҡолаҡ, уҡыуҙа ярҙам итә, бәләкәйерәктәре уларҙан үрнәк ала. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса ике класта берәр уҡыу алдынғылары. Ҡалғандарына айырым фәндәрҙән тырышырға кәрәк. Уҡыусыларҙың байтағы ишле ғаиләләрҙән. Шуға күрә уларҙа туғанлыҡ, бер-береңә ихтирамлы, иғтибарлы  булыу, хеҙмәт тәрбиәһе нигеҙле һалынған. Улар белемгә, яңылыҡҡа ынтыла, киң даирәлеләр, ижади ҡарашлылар. Бөтә сараларҙа үҙ өлөштәрен индерәләр, сәмселдәр.  Ғөмүмән, ике класс та уҡыуға ыңғай ҡарай. Һәләтлеләрҙе асыҡлап, артабан үҫтереп, мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән күләмле эштәр башҡарыла.

6-сы класс уҡыусыһы Әрҙәширова Карина йыл һайын “Ватан” Бөтә Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеү конкурсында балҡып килә. Үткән йыл ул ошо бәйгенең төбәк-ара этабында 3-сө урынды яуланы. Әле  муниципаль кимәлдә сығыш яһарға әҙерләнә. Карина башҡа йүнәлештәр буйынса ла конкурс, ярыштарҙы ҡалдырмай, бик әүҙем уҡыусы. Буш ваҡытында музыка дәрестәренән һабаҡ ала. Класташы Әхмәрова Регина  бик ярҙамсыл, тырыш ҡыҙ. Йыр-моң ярата, думбырала уйнарға өйрәнә, нәфис әҙәбиәт уҡыу — оҡшаған шөғөлө.  Ҡыҙҙар үҙ-ара татыуҙар.

5-селәр  Әхмәрова Ирина менән Хөснөтдинова Аделина ла  ҡыл-ҡумыҙ дәрестәренә йөрөйҙәр. Шулай уҡ мәктәптәге “Оҫта ҡулдар”, “Бумала” түңәрәктәрендә һәләттәрен үҫтерәләр, ижади конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулағандары ла бар. Тәнәфестә ял минуттарын мәктәп китапханаһында уҙғаралар. Бында китапханасы Зөлфирә Биктимерова уларҙы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр,  гәзит-журналдар әҙерләп, көтөп тора. Ата-әсәләр комитеты ойошҡан эшмәкәрлек итә. Класс етәксеһе өсөн был оло ярҙам, — тип уҡыусыларҙың тормошо менән таныштырып үтте Рита Рәис ҡыҙы.

Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: