Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Февраль 2023, 14:23

“Һаҡланғанды — һаҡлармын”

Иҫкәртеүсе юл билдәләре — техника менән идара итеүсене нимәнәндер һаҡланыуҙы тәьмин итә һәм алдан саралар күрергә иҫкәртә, белешмә бирә.

“Һаҡланғанды — һаҡлармын”
“Һаҡланғанды — һаҡлармын”

Юл-транспорт ваҡиғаларын барлаған саҡта, араларында мышы, ҡоралай йәки башҡа ҡырағай хайуандар менән бәрелеү сәбәпле килеп сыҡҡандары йыш осрай. Оло юлға сабып килеп сыҡҡан йәнлек кешене лә, үҙен дә ҙур хәүефкә тарыта. 

Архангел — Максим Горький юлында быйыл мышы, ҡоралайҙар бигерәк йышайҙы. Минең үҙемә генә малҡайҙар менән ошо ике ай эсендә биш тапҡыр осрашырға тура килде. Өс тапҡыр улар юл буйындағы урман ситендә күренһәләр, икәүһендә юл аша йүгереп үттеләр. Мышылар юлда ҡапыл ғына пәйҙә булалар.

“Һаҡланғанды — һаҡлармын” тигәндәге кеүек юл иғтибарлылыҡ талап итә, юғары тиҙлектә  елдермәүегеҙ хәйерле. Айырыуса, тәүлектең ҡараңғы мәлдәрендә. Йәнлектәр йыш юлға сыҡҡан урындарҙа (уларҙың үҙ һуҡмаҡтары бар) “Һаҡ булығыҙ, ҡырағай хайуандар!” тигән иҫкәртеүсе юл билдәһен урынлаштырыу  бик урынлы булыр ине лә бит. Ошо турала ниндәй фекерҙәрегеҙ булыр? Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.

Әйткәндәй,  ҡырағай йәнлекте бәрҙерһәгеҙ, уның янына барыу ҡәтғи тыйыла. Яралы йәнлектең үҙен нисек тоторо билдәһеҙ. Шулай уҡ авария урынын да ҡалдырып китергә ярамай. Бының өсөн 1,5 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм итәләр йәки 15 тәүлеккә һаҡ аҫтына ябасаҡтар.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: