Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Ғинуар 2023, 15:48

Кемгә — шөрөп борғос, кемгә — сәйнүк...

Һөйөнсө!

Кемгә — шөрөп борғос, кемгә — сәйнүк...
Кемгә — шөрөп борғос, кемгә — сәйнүк...

“Инйәр” гәзитенә 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Йәрәбә тартырға иртән иртүк редакцияға килеп еткән әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ ярҙам итте.

 Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Зөфәр ҡыҙы уйында ҡатнашыусыларҙы Яңы йыл һәм үткән байрамдар менән тәбрикләне, район баҫмаларының тормошобоҙҙағы әһәмиәте хаҡында әйтеп үтте һәм бүләк отоуҙа уңыштар теләне.

Ниһайәт, бүлмәбеҙҙә тынлыҡ урынлашты. Бүләктәрҙе кем отор? Улар ҡайһы ауылдарға китер? Тоғро дуҫтарыбыҙ сиратлап ҡумтанан даланлыларҙың квитанцияларын сығарҙы. Кемдәргә бәхет йылмайҙы һуң? Бына улар — Көмәрле ауылынан Рамазанов Хөрмәтулла (шөрөп борғос),  Үрге  Ырныҡшынан Усманов Ғөбәй (кәрәҙле телефон), Тирәкленән Фазылова Гөлсинә (блендер), Аҙауҙан Садиҡова Әлмира (радиобудильник), Убаларҙан Абдуллина Бибиәсмә (сәйнүк) һәм Яҡупова Әнүзә (фен), Муллаҡайҙан Әлимғужин Әсҡәт (сәс алыу машинкаһы), Абҙандан Ғиззәтуллина Филүзә (гриль рәшәткәһе), Тәүәкәстән Мостафин Рәис (шампур).

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен килеп алыу өсөн редакцияла көтәбеҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Альберт Рәхимов фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: