Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Ғинуар 2023, 11:02

Бүләктәр уйнатыла!

20 ғинуар, сәғәт иртәнге 10-да гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында лото уйнатыла!

Бүләктәр уйнатыла!
Бүләктәр уйнатыла!

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына районыбыҙҙың “Инйәр” гәзитенә яҙылыу кампанияһы дауам итә. Яҙылыу хаҡы даими үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, “Инйәр”гә тоғро ҡалыусылар байтаҡ. Районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт гәзите “Инйәр”гә яҙылыу өсөн һәр айҙың 20-нә тиклем почта бүлексәләрендә, йәиһә редакцияға килеп подписка эшләй алаһығыҙ.  Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уҡыусыларыбыҙҙың фекерен иҫәпкә алып, гәзитебеҙ биттәрендә йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫтырырға тырышабыҙ.

 Район гәзите — кире бәйләнеш каналы.  “Инйәр” һәр саҡ туған тел, милләтебеҙ тарихы, мәҙәниәте, яҙмышы һағында. Ул  районыбыҙҙың хеҙмәт кешеләре, оҫталары, предприятие, учреждение етәкселәре, менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, урындағы властың мөһим бойороҡтары, ҡарарҙары, яңылыҡтар  баҫылған башҡорт телендәге берҙән-бер рәсми гәзит.

 Интернет селтәренә һылтанырға ярамай, сөнки ундағы  хәбәрҙәрҙең күбеһе  ысынбарлыҡҡа тура килмәй, ә “Инйәр” ышаныслы, тикшерелгән сығанаҡтар менән генә хеҙмәттәшлек итә.  Бынан тыш, “Инйәр” реклама агенты, бизнеста, алыш-бирештә ярҙамсы. “Инйәр”ҙә генә  тормошта ла, эштә лә мотлаҡ кәрәк буласаҡ файҙалы кәңәштәр тәҡдим ителә.

P.S. Ә кемдәр гәзиткә 6 айға яҙылыуҙары тураһында квитанцияларын редакцияға килтергән, 20 ғинуар, сәғәт иртәнге 10-да улар араһында лото уйнатыла. Рәхим итегеҙ!

Мөхәрририәт.

Альберт Рәхимов фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: