Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Декабрь 2022, 11:07

"Һуғыш тураһында тере һүҙ"

13 декабрҙә Мәҙәниәт һарайында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған "Һуғыш тураһында тере һүҙ" район ижади конкурсы үтте.

"Һуғыш тураһында тере һүҙ"
"Һуғыш тураһында тере һүҙ"

13 декабрҙә Мәҙәниәт һарайында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған "Һуғыш тураһында тере һүҙ" район ижади конкурсы үтте.

Конкурста 13-14, 15-17, 18-25, 36 йәшкә тиклем, 44  һәм унан өлкәнерәк йәш категорияларында 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе А.В.Тиунов сәләмләне. Абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары:  үҙәкләштерелгән китапхана системаһы методисы С.Г.Рамазанова, педагогик хеҙмәт ветераны В.К.Казакова, мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эш буйынса методисы Г.В.Ярмуллина, 1-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Л.Х.Садиҡова һәр сығышты диҡҡәт менән тыңланы, ғәҙел баһа бирҙе.

Конкурс йомғаҡтары буйынса түбәндәге урындар бүленде:

13-14 йәш араһында: 1-се урын — Сәлихова Алина (Благовещенка мәктәбе), 2-се урын — Юлубаева Арина (Тирәкле), 3-сө урын —Хәсәнова Дания (Ҡыҫынды).

15-17 йәш: 1-се урын - Чудова Рәлиә (Благовещенка), 2-се урын — Хөсәйенова Милена (Абҙан), 3-сө урын - Чермянина Виктория (Ҡыҙыл Еҙем) һәм Багина Кристина (Благовещенка).

18-25 йәш: 1-се урын — Эльвира Ғәлина (Тәүәкәс ауыл биләмәһе), 2-се урын — Алина Шәйәхмәтова (Оҙондар),  3-сө урын — Фаягөл Кинйәғолова (Абҙан).

36 йәш һәм унан өлкәнерәктәр: 1-се урын — Вәлимә Өмөтбаева (Абҙан) һәм Фәриҙә Гойда (Липовка), 2-се урын — Гөлсинә Ҡунаҡҡолова (Тәүәкәс) һәм Мәмдүҙә Нафиҡова (Тәүәкәс),  Рәүфилә Әлимғолова (Абҙан), Лилиә Ғәзизова (Оҙондар).

Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитетының грамоталары менән бүләкләнде.

Дилара Янбаева.

Фото — район хакимиәте сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: