Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
20 Декабря 2022, 05:33

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, уларға дан йырлайыҡ!

Абҙан дөйөм белем биреү мәктәбенә ҡараған “Ләйсән” балалар баҡсаһында әсәйҙәр көнөнә арналған иртәлек уҙҙы.

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,  уларға дан йырлайыҡ!Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,  уларға дан йырлайыҡ!
Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, уларға дан йырлайыҡ!

Абҙан дөйөм белем биреү мәктәбенә ҡараған “Ләйсән” балалар баҡсаһында әсәйҙәр көнөнә арналған иртәлек уҙҙы.

Кескәйҙәр күркәм байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Уларҙың һәр ҡайһыныһы әсәйҙәренә бүләктәрен тапшырып, һөйөндөргөһө килде. Бала күңеле өсөн был бик мөһим.

Тәрбиәләнеүселәр  әсәйҙәргә арнап шиғырҙар һөйләне, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы. Ололар һәр сығышты алҡыштар, маҡтау һүҙҙәре менән оҙатты. Сара һуңында мәктәп директоры Юнир Йосопов әсәйҙәрҙе, тәрбиәселәрҙе иҫтәлекле көн уңайынан ҡотланы. Әсәйҙәр исеменән Айгөл Әбсәлиҡова ла рәхмәт һүҙҙәре әйтте.

Эльвира Ҡужәхмәтова,

“Ләйсән” балалар баҡсаһының музыка тәрбиәсеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас