

Ҡырмыҫҡалы район-ара суды Архангел районында йәшәгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһында (балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү, ҡаты мөрәжәғәт ҡулланыу), Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 318-се статьяһының 1-се өлөшөндә (власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу йәки уны ҡулланыу янауы) ҡаралған енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итте.
Ҡатын биш йыл буйына 2016 йылда тыуған улының һаулығын ҡайғыртмаған, балаһын тәрбиәләү һәм уҡытыу менән шөғөлләнмәгән, уның исеменә мыҫҡыллы һүҙҙәр әйткән, спиртлы эсемлектәр эскән. Ә тәртип һаҡсылары килеп еткәс, уларға балта менән һелтәнгән, янаған.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныны. Суд уны бер йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға, тигән ҡарар сығарҙы. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
Д.Янбаева.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.