Инйәр
+18 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Декабря 2022, 05:18

Бәйһеҙ эттәр хаҡында тағы ла...

Хужаһыҙ, берәҙәк эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала.

Бәйһеҙ эттәр хаҡында тағы ла...Бәйһеҙ эттәр хаҡында тағы ла...
Бәйһеҙ эттәр хаҡында тағы ла...

Хужаһыҙ, берәҙәк эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса урам, юлдарҙа өйөр-өйөр йөрөгән эттәр халыҡ араһында хафаланыу тыуҙыра.

Район хакимиәтендә ауыл хужалығы, ер һәм мөлкәт мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығының урынбаҫары Азамат Нарбутин ошо мәьәләгә ҡағылышлы осрашыу ойошторҙо. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм административ комиссия ағзалары ҡатнашты.  А.Нарбутин бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймау,  йорт хайуандарын бәйҙә йәки вольерҙарҙа тотоу тураһында мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

— Һыуыҡтар башланыу менән граждандар эттәрҙе бәйҙән ысҡындырып ебәрә. Йорт хайуандарын (эт) йөрөтөү граждандарҙың, хайуандарҙың хәүефһеҙлеген, физик һәм юридик шәхестәрҙең мөлкәтен һаҡлауҙы мотлаҡ тәьмин итеү шарттарында ғына тормошҡа ашырылырға тейеш.

Законға ярашлы, эт хужаларына уларҙы контролһеҙ сығарып ебәрергә ярамай. Эттәрҙең бәйҙә тороуы мөһим, ә йөрөтөп килтереү өсөн муйынсаҡлы бауҙа ғына сығарырға. Әгәр эт муйынсаҡһыҙ йөрөһә, ул берәҙәк булып иҫәпләнә, — тип  Азамат Әхмәр улы етәкселәрҙең халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыуҙарын һораны.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас