

Ҡырмыҫҡалы район-ара суды енәйәтселек килтергән әхлаҡи зыянды түләтеү тураһында дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе. Быйыл август айында республиканың Юғары суды Архангел районында йәшәгән иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 2-се бүлегенең “з” пункты (талауға бәйле үлтереү), 162–се статьяһының 4-се бүлегенең “в” пункты (талау), 325-се статьяһының 2-се өлөшө (граждандан паспортын урлау) буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.
2021 йылдың сентябрендә Өфө — Белорет трассаһында, Уҫаҡлы ауылы янында, хөкөм ителеүсе бал һатыусыға һөжүм иткән. Мөлкәтен урлау маҡсатында уның башына сүкеш менән бер нисә тапҡыр үлемесле һуҡҡан. Енәйәтсе зыян күреүсенең кәүҙәһен кеше булмаған урынға алып китеп, күмеп ҡуйған.Ир паспортҡа, "Рено Логан" маркалы автомобилгә, 27 банка балға эйә булып, 275 мең һум самаһы матди зыян килтерә. Сит ил машинаһын ул Өфөлә 90 мең һумға һата. Был турала Башпрокуратураның мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.
Суд уны 16 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты һәм артабан йыл ярым иркенән мәхрүм итеү язаһын сығарҙы.
Архангел районы прокуратураһы судта мәрхүмдең ҡыҙының әхлаҡи зыянды түләтеү тураһында дәғүә талаптарын күтәрҙе. Енәйәтсе зыян күреүсегә 800 мең һум аҡса түләргә тейеш. Ҡарар закон көсөнә инмәгән.
Д.Янбаева.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.