

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Көндәр ныҡлап һыуытып, ергә аҡ ҡар төшөү менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башлана. Тап ошо мәлдә ҡаҙҙың ите тәмле, һутлы һәм тығыҙ була, тиҙәр. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа.
Электән ҡаҙ йолҡорға етеҙ ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылған, сөнки был эш үҙенә күрә оҫталыҡ һәм көс талап итә. Тағы ла бер мөһим шарт бар — ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салырға тейеш, шул саҡта ите йомшаҡ, тәмле була.
Убаларҙа был күркәм йола бөгөнгә тиклем һаҡланып килә. Яңыраҡ ҡына ауылыбыҙҙың иң егәрле, булдыҡлы ғаиләләренең береһе Зилиә һәм Ғосман Рамазановтар йортонда ҡаҙ өмәһе үтте. Улар быйыл 50-ләп ҡаҙ аҫраған. Үҙебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эшкә етеҙлеге хайран ҡалдырҙы, ҡулдарына хатта күҙ эйәрмәй. Улар барлыҡ эш рәтен үтәп хужаларҙы ҡыуандырҙы. Эш араһында сәй эсеп, ял итеп тә алдылар. Рамазановтар һуғым ҡоштарын яҡшы ҡараған — ҡаҙҙар бигерәк һимеҙ!
Һуйған ҡаҙҙарҙы имен-һау ашарға яҙһын, ҡош-ҡорттары уңып торһон.
Зөбәйҙә Йәнешева.
Убалар ауылы.
Автор фотоһы.