Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ноябрь , 09:41

Йәшнәп йәшәр саҡ

Ҡаҡса ғына кәүҙәле, мөләйем йөҙлө ҡыҙҙың ауылдарҙан һәм күрше райондарҙан йыйылған студенттарҙы тыңлата, үҙенә ҡарата хөрмәт уята алыуына һоҡланып:”Үәт, ҡайһылай ныҡыш, ҡыйыу икән был Лиана”, — тип эстән уйлап ҡуйҙым.

Йәшнәп йәшәр саҡ
Йәшнәп йәшәр саҡ

Ҡаҡса ғына кәүҙәле, мөләйем йөҙлө ҡыҙҙың ауылдарҙан һәм күрше райондарҙан йыйылған студенттарҙы тыңлата, үҙенә ҡарата хөрмәт уята алыуына һоҡланып:”Үәт, ҡайһылай ныҡыш, ҡыйыу икән был Лиана”, — тип эстән уйлап ҡуйҙым. Бөгөнгө йәштәр араһында үҙе лә үҫмер кеүек кенә күренгән уҡытыусының яуаплы йөкләмәне ҡурҡмай, еренә еткереп башҡарыуы маҡтауға лайыҡ.

   Таныштырасаҡ геройым — Лиана Карам ҡыҙы Кинйәғолова. Ул Абҙан ауылында тыуып-үҫкән, ошонда уҡ урта белем алған. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ  Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетында уҡып, психолог һөнәренә эйә була. Студент йылдары шаулап-гөрләп үтә. Лиана университет тормошонда үткән ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай: уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла үҙен күрһәтергә, һынап ҡарарға тырыша.

— Педагог-психолог һөнәренә ҡыҙыҡһыныу мәктәптә уҡығанда уҡ тыуҙы. Элегерәк был вазифа юҡ ине бит.  Аҙаҡ ҡына районыбыҙҙың мәктәптәрендә психологтар эшләй башланы. Минең дә балаларҙы яҡыныраҡ танып-белеп, ниндәй ҡыйынлыҡтар кисереүҙәрен аңлап, уларға дөрөҫ йүнәлеш биреп, ярҙам иткем килде. Шундай маҡсат менән юғары уҡыу йортона барҙым да инде.

 2019 йыл Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалының мөдире Филүс Фәнил улы эшкә саҡырҙы. Бер аҙ уйланғас, ризалаштым. Тәжрибәле, берҙәм коллективта тиҙ арала үҙ урынымды таптым.

Педагог-психологтың төп бурысы — белем биреү программаларын үҙләштереүҙә, башҡалар менән аралышыуҙа  ауырлыҡтар кисергән балаларға, үҫмерҙәргә  ярҙам күрһәтеү, психик үҫеш дәрәҗәһен һәм үҙ-үҙен тотошонда тайпылыштарҙы диагностикалау, психологик коррекция һәм профилактик саралар үткәреү.

Һөнәрем ҡатмарлы булһа ла миңә оҡшай. Бала, үҫмер күңеле бик нескә,  шуға һаҡ булыу зарур. Уйланмай әйтелгән һүҙ, урынһыҙ кәңәш ҙур хатаға килтереүе ихтимал. Һәр кем менән  айырым эшләйем, ышаныс яуларға тырышам.

Колледжға кисәге мәктәп уҡыусылары килә бит. Уларҙың күптәре ата-әсә күҙәтеүенән сыҡҡас, үҙҙәрен бойондороҡһоҙ тойоп, буш ваҡыттарын, иректәрен дөрөҫ йүнәлеш буйынса ҡулланмай. Тап шул мәлдә уҡытыусылар, тәрбиәселәр “тәү ярҙам” күрһәтә. Беҙ ойошҡан рәүештә бер  студентыбыҙҙы ла иғтибар үҙәгенән ситкә ебәрмәйбеҙ. Уларҙың дәрестәргә йөрөүе, һуңламауы, өйгә эштәренең башҡарылыуы, буш ваҡыттарының нисек үтеүе һәм башҡалар тикшерелеп тора. Йәштәребеҙҙең тормошона, яҙмышына беребеҙ ҙә битараф түгелбеҙ. Кәрәк саҡта ауыл хакимиәте белгестәренә лә мөрәжәғәт итәбеҙ, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ.

Тәрбиәүи эштәрҙе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, китапханасы менән берлектә уҡыу йортонда ғына түгел, ә дөйөм ятаҡта ла ойоштороп торам.  Һәләтле йәштәрҙе күреү, уларҙы үҫтереү  программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо йәһәттән, уҡыусыларға файҙалы һәм мауыҡтырғыс йүнәлеш бирәбеҙ.

Бөгөн ҡайһы берәүҙәр йәштәрҙе яманлай. Бындайҙар менән бер ҙә килешмәйем. Һәр кем тыуған саҡта яҡшы булып донъяға килә. Ололарҙың насар йоғонтоһо, яҙмыштарының ыңғай ғына бармауы, аңлашмаусанлыҡ сәбәпле, үҫмерҙәр үҙҙәренә ябыла, башҡаларға асыу, ҡырыҫлыҡ, тупаҫлыҡ менән яуап бирә. Уларҙы тоя белергә, ҡылыҡтарына сабыр итергә һәм яҡшылыҡ өлгөһө күрһәтергә кәрәк, ғәфү итә белеү ҙә мөһим. Тамсы тама-тама таш яра, тиҙәр бит.

Иманым камил, балалар менән уртаҡ тел табам: тыңлайҙар, ҡушҡан эштәрҙе үтәп торалар. Ғөмүмән, беҙҙең уҡыу йортонда уҡыусылар уҡытыусыларға, мастерҙарға һәм башҡа өлкәндәрәгә хөрмәт менән ҡарай. Был бик ыңғай күренеш.

Тынғыһыҙ, ҡыҙыҡлы  һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлегемде булмышым тип һанайым. Һәр саҡ йәштәр менән ваҡиғалар үҙәгендә булыу, йәмәғәт эштәрендә ҡайнау, яңы кешеләр менән танышыу, саралар ойоштороу ынтылыштарыма тап килә,  дәрт, сәм  өҫтәй, ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Йәшнәп йәшәр саҡ, ҡәҙерен беләйек,  — тип үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте Лиана Карам ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Л.Кинйәғолова тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в