Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ноябрь , 10:38

“Әсәм теле — яҙмышым минең”

Кеше үҙ ғүмерендә ҡайҙа ғына йөрөмәһен, кем генә булып эшләмәһен, уны тыуған ере, йәшәгән төйәге, туғандары, яҡындары менән туған теле бәйләй.

“Әсәм теле — яҙмышым минең”
“Әсәм теле — яҙмышым минең”

Кеше үҙ ғүмерендә ҡайҙа ғына йөрөмәһен, кем генә булып эшләмәһен, уны тыуған ере, йәшәгән төйәге, туғандары, яҡындары менән туған теле бәйләй. Районыбыҙҙың рус мәктәптәрендә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары быны яҡшы аңлай. Башҡорт балаһы әсә телен ихлас яратһын, уны тырышып өйрәнһен, тип ең һыҙғанып хеҙмәт итә улар.

Благовещенка ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны, урындағы мәктәптә әллә күпме быуын уҡыусыларҙы телһөйәр итеп тәрбиәләп, башҡа мәғариф учреждениелары уҡытыусыларына йөкмәткеле асыҡ дәрестәр күрһәткән һәм уларға методик кәңәштәре менән ярҙамлашҡан Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы Баязитова — районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, нурлы күңелле шағирә. Уның менән әңгәмәләшеп ултырыуы — үҙе бер кинәнес.

— Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы, һеҙҙең 80 йәшлек юбилейығыҙ яҡынлаша. Шиғриәткә һөйөүегеҙ, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен йөрәкһеп яратыуығыҙ ҡайҙан килә?

— Сыңлап торған гәлсәр һауалы ноябрҙә тыуғанмын бит. Ошо нескә биҙәкле көҙ айы хисле иткәндер  инде. Халҡымдың рухи ихласлығын туплаған туған телемә, уның шиғри булмышына мөкиббән ғашиҡ йән мин.

— Бала сағығыҙ, уҡыу йылдары хаҡында әйтеп үтһәгеҙсе...

— Мин данлы геройыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов тыуған Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы. Малай ауылында фронтовик-яугир Кәлимулла Сәйфуллин ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Тәүҙә — үҙ ауылымда, ете йыллыҡ белемде Түбәнге Төкөн мәктәбендә алғас, 1960 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамланым. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыу йылдары  күңелемдә ғүмеремдең яҡты, гүзәл мәле булып уйылды. 1965 йылда йүнәлтмә буйынса Белорет районының Сермән мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым.

— Киләсәк быуынға мәғрифәт нуры таратыу эшегеҙ Сермәндә башланған икән.

— Эйе, 1966 йылда Бөрйән районы егете, юғары белемле ауыл хужалығы белгесе Риф Ишдәүләт улы Баязитовҡа кейәүгә сығып, уның тыуған яғында хеҙмәт юлымды дауам иттем. 1984 йылға тиклем рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. 1982 йылдың ғинуарында иремде Өфөгә, Ауыл хужалығы министрлығына эшкә тәғәйенләнеләр. Ул саҡта Архангел районының Липовка совхозы министрлыҡтың ярҙамсы (подсобное) хужалығы булып иҫәпләнгән. 1983 йылдың 3 ноябрендә (ноябрь айы минең тормошомда гел иҫтәлектәр менән генә тулы ул) Риф Ишдәүләт улын ауыл хужалығы эштәрен күтәреү маҡсатынан ошо совхозға ебәрҙеләр. Шулай итеп, беҙҙең биш балалы ҙур ғаиләбеҙ Благовещенкала йәшәп китте. Бындағы мәктәптә тәүҙә төрлө кластарҙа эшләнем. Уҡытыу рус телендә барған мәғариф учреждениеларында башҡорт теле дәрестәре индерелгәс, мин Липовкала тәүгеләрҙән булып был фәндән белем бирә башланым.

Ул саҡта, 80-се йылдар аҙағында, тәғәйен генә программа ла юҡ ине әле, әсбаптар ҙа етешмәй. Башкөлләй ошо изге эшкә сумдым. Тыуған илебеҙ — баһалап бөткөһөҙ хазина бит, йәшәү һуты биреп торған тамыр. Әсә телен балаларға өйрәтеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырыштым. Өфөгә йыш ҡына барып, дәреслектәр һатып алдым. Таныштарым аша методик ҡулланмалар табып, үҙем уҡып сыҡҡан 1-се интернат-мәктәп уҡытыусыларынан тәжрибә өйрәнеп, “Китап” нәшриәтенән күргәҙмә материалдар туплап та эште яйға һалдым. Китаптарҙан тыш, башҡорт телендәге барлыҡ гәзит-журналдарҙы һәр саҡ ҡосаҡ-ҡосаҡ алдырҙыҡ. Үҙебеҙҙең район гәзите “Инйәр” — милли үҙаң формалаштырыусы рухи байлыҡ сығанағы бит. Унда әллә күпме тарихи, ерле материалдар баҫылып тора. Уҡыусы балаларҙың ижад емештәре лә донъя күрә.

— Хеҙмәттәштәрегеҙ менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләнегеҙ.

— Әлбиттә. 1-се Архангел мәктәбенең тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Шәмситдин ҡыҙы Фәйзуллинанан бихисап файҙалы кәңәштәр алдым. Ғөмүмән, был мәктәп барыбыҙға ла оло терәк булды бит. Арх-Латыш мәктәбендә башҡорт телен уҡыта башлаған Фәүриә Морат ҡыҙы Басирова менән аҙаҡ үҙем дә методик алымдарым менән уртаҡлаштым. Өфөнөң 20-се мәктәбендә эшләгән оло ҡыҙым Гөлнара төрлө йыр кассеталары менән тәьмин итте. Дәрестәрҙә башҡортса йырҙар өйрәнеү, әкиәттәр сәхнәләштереү, “Мөғжизәләр иле” кеүегерәк кластан тыш саралар, ҡыҙыҡлы тематик кисәләр уҙғарыу, уйындар һәм экскурсиялар ойоштороуҙы киң ҡулландым.

Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына ла барҙыҡ. Йыл һайын олимпиадаларҙа ҡатнашыу, район кимәлендә асыҡ дәрестәргә йөрөү, фекер алышыуҙар көс-ҡеүәтте нығытты. Ирем Риф Ишдәүләт улы һәр ваҡыт транспорт табыша торғайны, ҡаршы килмәне. Ул бит үҙе 1996 йылға тиклем совхоз директоры вазифаһын үтәне. Артабан өс йыл һөт комбинатында тир түкте.

— Уҡыусыларығыҙ араһында милли мәҙәниәткә өҫтөнлөк биргәндәре лә аруҡ ҡына.

— Эйе. Балаға милли рух туған тел һәм моң менән инә. Бына, мәҫәлән, йырҙары радионан да, телевидениенан да яңғырап торған талантлы йырсы Айгөл Юламанова (“Көмәрлем”, “Башҡортостаным” һәм башҡа) минең уҡыусым ул. Мәктәп осоронда шиғырҙар ҙа яҙа торғайны. Беҙҙең өйөбөҙҙә пианино бар ине. Динара ҡыҙым менән унда уйнап өйрәнеп, йырҙар яҙылған кассеталар тыңлап үҫтеләр. Сәнғәт училищеһына уҡырға инергә ине иҫәбе. “Ағайым Йоматау ауыл хужалығы техникумына инергә өндәй”, — ти. “Матур йырлайһың бит, Стәрлетамаҡҡа мәҙәниәт техникумына булһа ла бар”, — тип кәңәш бирҙем, шунда белемен дауам итте. Хәҙер ана ниндәй көслө моңло йырсы ул! Әйткәндәй, билдәле йырсы Радмир Хәсәнов та беҙҙең мәктәптә уҡыны. Хеҙмәттәшем Ғәлиә Илсур ҡыҙы Юлбарисованың (Ғөбәйҙуллина) уҡыусыһы.

— Һеҙ  үҙегеҙ уҡытҡан балаларға телдең тәмен, һүҙҙең бәҫен етешле итеп аңлатҡан педагог. “Мин йәшәйем” исемле шиғри йыйынтыҡ авторы ла. Һеҙҙең менән ихлас ғорурланабыҙ, әсә телебеҙгә тоғро булыуығыҙ һоҡландыра.

— 70 йәшемә балаларым бүләге ул был китап. Рәхмәт инде уларға.

— Балаларығыҙҙы ла үҙегеҙгә торошло рухлы, белемле, тырыш кешеләр итеп тәрбиәләгәнһегеҙ.

— Оло ҡыҙым Гөлнара — музыкаль белемле педагог. Бына бөгөн үҙе эшләгән балалар баҡсаһында асыҡ дәрес бирә. Уның оло улы Мәскәү авиация институтын тамамланы, шунда үҙ һөнәре буйынса эшләй. Ҡыҙы нефть институтында II курста уҡый. Альбина һәм Динара ҡыҙҙарым да миңә оло терәк. Динара — юрист. Ике улым бар: Альберт менән Айнур. Айнур Өфөлә, “Юлдаш” радиостанцияһында инженер булып эшләй. Яңыраҡ ҡына миңә Рәхмәт хаты ебәрҙеләр: “Улығыҙ үҙ бурысын намыҫлы башҡара. Уның күңеленә илһөйәрлек тойғоһо һалғанһығыҙ, ғорурланабыҙ”, — тигәндәр. Рәхмәт үҙҙәренә. Айнур — өс бала атаһы ла. Йәмғеһе 10 ейән-ейәнсәргә, тағы ике бүләсәремә өләсәй һәм ҡартәсәй ҙә мин.

Кисә генә бер шиғыр яҙа башланым. Тыңлағыҙ әле (яттан һөйләй):

Вайымһыҙҙар ғына шиғыр яҙмай,

Һағыштан тыуа шиғыр:

Йә һөйгән йәрен һағына,

Йә илен һағына тағын.

Ирек даулай тотҡонлоҡта,

Ауырлыҡта ҡалғанда.

Йөрәгемдә дауыл ҡуба

Уй-хистәре ташҡанда.

Тормош иптәшем Риф Ишдәүләт улы мәрхүм булғас, бик ҡыйын... Аяҡтарым да һыҙлай. Үткәндәрем, тырышып эшләп йөрөгән саҡтарым һәм балаларым тураһында уйлап тынысланам...

— Рәшиҙә апай, бирешмәгеҙ, һеҙ бик көслө рухлы шәхес! Рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуығыҙ үҙе батырлыҡ, ҙур етәксенең тормош иптәше булыуы — оло дәрәжә. Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы матур тәрбиәләп үҫтереү, белемле, тырыш һөнәр эйәләре итеүгә көс һалыуығыҙ — күңелегеҙ байлығы. Уҡыусыларығыҙҙың уңыштары ла үҙе бәхет бит. Рәхмәт һеҙгә!

Йөрәгегеҙ тулы моң ғына булһын. Шиғриәт тулҡындары ҡайнап-урғылып торһон. Әҙәбиәт ҡанундарын тәрәнәйтеп белеп яҙған шиғырҙарығыҙҙы барыбыҙ ҙа ихлас яратабыҙ, көтөп алабыҙ.

Гөлирә Фәйрүзова,

педагогик хеҙмәт ветераны.

Тәүәкәс ауылы.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в