Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ноябрь , 09:49

“Инйәр”ҙең яҙмышына битараф ҡалмағыҙ

Район биләмәһендә сығарылған һәм таратылған урындағы гәзиттәр асылда халыҡ трибунаһы, шатлыҡтар һәм әрнеүҙәр, уңыштар һәм етди мәсьәләләр менән ысын тормош яҡтыртылған майҙансыҡ.

“Инйәр”ҙең яҙмышына битараф ҡалмағыҙ
“Инйәр”ҙең яҙмышына битараф ҡалмағыҙ

Район биләмәһендә сығарылған һәм таратылған урындағы гәзиттәр асылда халыҡ трибунаһы, шатлыҡтар һәм әрнеүҙәр, уңыштар һәм етди мәсьәләләр менән ысын тормош яҡтыртылған майҙансыҡ.

 “Инйәр” гәзитенең биттәрендә хәбәрселәр тарафынан әҙерләнгән материалдар менән бер рәттән даими рәүештә уҡыусыларҙың мәҡәләләре лә урын ала, уларҙа райондың көндәлек йәшәйеше генә түгел, ә бында донъя көтөүсе һәм тыуып үҫкән, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында икенсе ҡалаларға һәм төбәктәргә күсеп киткән уҡыусыларҙың иҫтәлектәре, яҙмалары донъя күрә.

20 йылдан артыҡ эшмәкәрлеге мәлендә “Инйәр” үҙенең ныҡлы позицияһын туплап өлгөрҙө. Редакцияла бик күп һәләтле хеҙмәткәрҙәр эшләне һәм эшләй. Яҡты традицияларға тоғро ҡалып, гәзит коллективы райондың күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡлай, районыбыҙҙы  нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә.

Беҙҙең заман  — ул мәғлүмәт һәм технологиялар осоро. Киң мәғлүмәт саралары — хәҙерге йәмғиәттең сәйәсәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, дин өлкәләренә йоғонто яһаусы мөһим институттарҙың береһе. Уларҙан тыш, донъяла, илдә, ҡалала, районда һәм хатта күрше ауылда нимә барғанын белеп булмай. Ә район матбуғаты — Рәсәйҙең төпкөл урындарында таралған, дөрөҫ мәғлүмәт биргән баҫма. Уның иғтибары башҡа мәғлүмәт сараларында яҡтыртылмаған йәмғиәт тормошона йүнәлтелгән. Урындағы баҫманан тыш,  бер ҡайҙа ла район йәки ауыл хакимиәтендә нимәләр эшләнеүе, юбилейын билдәләүселәр,  урында ниндәй яңылыҡтар булыуы йәки бүтән мөһим ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт яҙылмай. Гәзит  ярҙамында кешеләр шатлыҡлыҡтары, уңыштары, тәжрибәләре,  ҡайғылары, борсолоуҙары менән уртаҡлаша. Был ябай ауыл кешеһе өсөн дә, шулай уҡ райондарҙа нимә барғанын белергә теләгәндәр өсөн дә алыштырғыһыҙ сара.

“Инйәр” гәзите бөгөн, баҫма тибы булараҡ, бик үк яҡшы хәлдә түгел. Район гәзиттәренең бер ниндәй ҙә инвесторҙары, бағымсылары юҡ, улар артабан йәшәр өсөн үҙҙәре тырышырға, аҡса табыу юлдарын эҙләргә мәжбүр. Заказсы түләгән бер нисә йөҙ һум да гәзит бюджетын тулыландыра. Ошонан сығып, “Инйәр”ҙең мөмкинлектәре ни тиклем тыйнаҡ икәнен аңларға була. Гәзитебеҙ өсөн һәр бер гәзит алдырыусы, реклама, иғлан, ҡотлау, юбилярҙар тураһында мәҡәлә һәм башҡалар — финанс тотороҡлоҡ нигеҙе. Ни тиһәгеҙҙә баҙар иҡтисады, йәшәү ҡиммәттәре үҙгәргән ваҡыт. “Инйәр”ҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр көнөбөҙ көрәшкә тиң, тип әйтеү хаҡлы. Шул йәһәттән  мөхәрриргә һәм гәзиттең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә айырым талаптар ҡуйыла. Шуға күрә үтә һиҙгерлек, иғтибарлылыҡ, сабырлылыҡ, халыҡтың көнкүрешен яҡшы белеү, аңлау һәм  сослоҡ  кәрәк.

Бөгөн халыҡтың һатып алыу һәләте лә ныҡ кәмене, сөнки баҫмаға йыл һайын хаҡ өҫтәлгәндән-өҫтәлә. Был, әлбиттә, гәзитебеҙ алдында торған бөтә проблемалар ҙа түгел. Аҡсаға ҡытлыҡ кисереүенә һәм бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, “Инйәр” ауыл тормошон көйләүсе механизм, кешеләрҙе йәлеп итеү һәм берләштереү үҙәге булып ҡала.  Ғәҙәттә, барлыҡ  район гәзиттәре лә яҡланмаһалар ҙа үҙ бурыстарын батырҙарса үтәй.

Үҙәк гәзиттәр ҙур илдең бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында ғүмер иткән халҡына, уның  донъяға ҡарашына иғтибар итмәй. Тик район гәзите генә халыҡ, тел, ер мәсьәләләрен күтәрә, уның нисек ғүмер итеүен белә.  

Күпме көс түгеп яулап алынған туған телебеҙҙә баҫылған берҙән-бер “Инйәр”ебеҙҙе битарафлығыбыҙ арҡаһында юҡ итеп ҡуймайыҡ. Бигерәк тә бөгөн! Ауыр ваҡытта беҙ айырыуса ойошҡан, берҙәм һәм уяу булырға тейешбеҙ. “Инйәр” — ул башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, теле һәм тарихы. Шуны аңлап, гәзитебеҙҙе йәшәтәйек.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы. 

 

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в