Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ноябрь , 09:53

Гәзиттәр күп, ә “районка” берәү генә...

“Инйәр” гәзитенә тиклем “районка”ның башҡорт телендә баҫылғандарын — “Ильич байрағы”н, “Архангел хәбәрҙәре”н алдыра торғайным.

Гәзиттәр күп, ә “районка” берәү генә...
Гәзиттәр күп, ә “районка” берәү генә...

“Инйәр” гәзитенә тиклем “районка”ның башҡорт телендә баҫылғандарын — “Ильич байрағы”н, “Архангел хәбәрҙәре”н алдыра торғайным. “Инйәр” үҙ аллы гәзит булғас, һөйөндөк. Ул  беҙҙең милли рухыбыҙҙы ҡеүәтләүсе.

Минең өсөн “Инйәр” бик файҙалы ҡулланма.Үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе  әллә ҡайҙан эҙләмәй ошо баҫманан табам. Уның биттәрендә яҡташтар, ауыл эшсәндәре, күренекле шәхестәр, районда һәм унан ситтә барған бөтә саралар тураһында мәҡәләләр уҡырға мөмкин. Районыбыҙҙың һәләтле, хеҙмәт һөйөүсән, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләре, йәштәре тураһында яҡшыраҡ беләһең.

Район гәзите — халыҡтың һәм властың кире бәйләнеш һәм аңлайышлы  аралашыу сараһы, ул берәү генә. “Инйәр” аша беҙ үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында юғары урындарға хәбәр итәбеҙ. Туған тел, милләт киләсәгенә ҡағылышлы яҙмалар, фекерҙәр башҡорттарҙың үҫеүенә, иртәгәһе көнгә ышаныс бирә.

Тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге мәҡәләләр, төрлө яңылыҡтар, шул иҫәптән “Иман нуры”, “Көн ҡаҙағында” тигән һәм башҡа рубрикалар, хикәйәләр оҡшай. Бынан тыш, баҡсасылыҡ буйынса кәңәштәр ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, яңы аш-һыу рецептарын иғтибарға алам, аҙаҡ күршеләрем, таныштарым менән уртаҡлашам. Гәзиттең яңы һаны килгәс, рәхәтләнеп башынан аҙағынаса ҡат-ҡат уҡыйым.

Зөбәйҙә Йәнешева.

 Убалар ауылы. 

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в