Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Ноября 2022, 04:36

“Һаҡ бул! Юлда — балалар!”

Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урында тора һәм ул хәүефһеҙ бала саҡ нигеҙе.

“Һаҡ бул! Юлда — балалар!”“Һаҡ бул! Юлда — балалар!”
“Һаҡ бул! Юлда — балалар!”

Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урында тора һәм ул хәүефһеҙ бала саҡ нигеҙе. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу кескәйҙән башлана һәм был тема ҡабатланып, сабыйҙарҙың иҫтәренә яңынан-яңы төшөрөлөп торола. Юлда һаҡ булыр кәрәк!

“Һаҡ бул! Юлда — балалар!” тип исемләнгән  айлыҡ сиктәрендә Архангел ауылының “Әкиәт” балалар баҡсаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған саралар үткәрелде.

Урамдар һәм юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын өсөн ни эшләргә һуң? Әлбиттә, уларға төрлө формаларҙа тематик  саралар үткәреп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, юл билдәләре һәм башҡа нескәлектәр тураһында һөйләү, аңлатыу зарур. Һәр бала ябай һөйләшеүҙә генә түгел, ә үҙҙәренә яҡын булған әкиәттәр, викториналар, уйындар, эстафеталар аша мөһим талаптарҙы тиҙерәк аңлай һәм үҙләштерә.

 Ошо йәһәттән, “Әкиәт” балалар баҡсаһының тәрбиәселәре юл ҡағиҙәләрен, тамғаларын нығытыу, иҫкә төшөрөү маҡсатында, балалар менән берлектә темаға ярашлы нәфис әҙәбиәт уҡыу, күңелле һәм әһәмиәтле әңгәмәләр, дидактик, хәрәкәтле уйындар ойошторҙо. Иртәлектәр дауамында малайҙар һәм ҡыҙыҡайҙар юлда бәләгә тарымаҫ өсөн гел иғтибарлы, һаҡ, тыйнаҡ һәм ярҙамсыл булыу мөһим икәнлегенә төшөндө. 

Ләйсән Юламанова,

“Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас