Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
3 Ноября 2022, 06:01

Йылытыу миҙгелендә һаҡсыллыҡ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көҙгө-ҡышҡы осор, йәки йылытыу миҙгеле башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылытыу миҙгелендә һаҡсыллыҡЙылытыу миҙгелендә һаҡсыллыҡ
Йылытыу миҙгелендә һаҡсыллыҡ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көҙгө-ҡышҡы осор, йәки йылытыу миҙгеле башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре — мейес  һәм электр йылытыу ҡоролмалары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен етди үтәмәү.

Орловка ауыл биләмәһендә көндәр һалҡынайтыу менән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең, талаптарының үтәлешен тикшереү йәһәтенән рейдтар ойошторолдо. Өй беренсә йөрөп, белешмәләр таратылды, мейестәрҙең, йылытҡыстарҙың торошо иғтибарға алынды. Яңғыҙ йәшәгәндәргә, оло йәштәгеләргә, имен булмаған ғаиләләргә айырыуса баҫым яһалды.  Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың сафта булыуы-булмауы ла ҡаралды. Бындай саралар даими үткәрелеп торасаҡ.

Украиналағы махсус хәрби операцияға юлланған, унда ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға йылы ойоҡбаштар оҙатыу акцияһына халыҡ дәррәү ҡушылды, бигерәк тә орловкалар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кемдер үҙҙәре бәйләп, кемдер магазиндан һатып алып йөн ойоҡбаштарҙы туплау нөктәһенә килтерҙе.

Шулай уҡ күп бала тәрбиәләгән һәм имен булмаған ғаиләләрҙе лә контролдә тотабыҙ. Биләмәлә эшмәкәрлек иткән иҫкәртеү үҙәге ағзалары улар менән тығыҙ бәйләнештә.

Людмила Марахотина,

Орловка ауыл хакимиәтенең ер белгесе.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас