Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
3 Ноября 2022, 05:31

“Йәйләү” онлайн-сменаһы — шәп башланғыс!

“Йәйләү” лагерының онлайн-сменаһы 2022 йылдың 3 авгусында старт алғайны.

“Йәйләү” онлайн-сменаһы — шәп башланғыс!“Йәйләү” онлайн-сменаһы — шәп башланғыс!
“Йәйләү” онлайн-сменаһы — шәп башланғыс!

“Йәйләү” лагерының онлайн-сменаһы 2022 йылдың 3 авгусында старт алғайны. Бында 10 көн дауамында интерактив программа тормошҡа ашырылды. Башҡортостан, Рәсәйҙең бар төбәктәре һәм сит илдәрҙән балалар өсөн башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса мауыҡтырғыс программа әҙерләнде.  Йәйге лагерҙың эш рәүеше һәм динамикаһы онлайн форматта уҙғарылды. Мәктәп уҡыусылары менән Башҡортостандың иң яҡшы педагогтары эшләне.

“Йәйләү” лагерының тарихы бынан егерме йылдан элек башланғайны. Республика сменаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадалар, башҡа төрлө конкурстар еңеүселәре, уҡыу алдынғылары йыйылды, лагерҙа меңләгән бала ял итте. Быйыл смена яңы форматта үтте, файҙалы һәм күңелле бай программа әҙерләнде. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға бүләк тапшырылды. Яңыса “Йәйләү”ҙә республикабыҙҙа ғына түгел, сит илдәрҙә йәшәгән балаларҙың да ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Бында уларҙы төрлө билдәле шәхестәр, уҡытыусылар, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре көттө. Балалар өсөн конкурс, викториналар ҙа үткәреү ҡаралды. Был проекттың авторы күптәргә таныш — Мәрйәм апай Бураҡаева — үҙ эшмәкәрлеген балаларға рухи тәрбиә биреүгә йүнәлткән педагог-яҙыусы. “Кеше тулы ҡанлы йәшәргә, сәләмәт тормош алып барырға теләй икән, иң элек үҙ баһаһын үҙе белергә тейеш. Үҙ баһаһын белгән кеше бөгөлмәй ҙә, һынмай ҙа. Үҙ баһаңды белеү өсөн, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмаҫҡа, тәбиғәт ҡаныңа ниндәй һәләт һалған — шуны үҫтерергә кәрәк. Ҡандағы һәләтте үҫтереү өсөн тәбиғәт беҙгә иҫ китмәле мөмкинлек биргән. Ул — туған телеңдә һөйләшеү, туған телеңдә йырлау, туған халҡың көйҙәренә бейеү, донъя моңон туған телеңдә тыңлау, ҡаныңа һалынған ризыҡ менән туҡланыуға өҫтөнлөк биреү, туғандарың менән үҙ телеңдә аралашыу, балаларыңды туған телеңдә иркәләү. Ошо шарттар кешенең физик сәләмәтлегенең дә, рухи ныҡлығының да нигеҙе. Беҙ баланың һәләтен асып, рухи көсөнә юл ярып, үҙтәрбиәгә йүнәлеш бирергә тырышабыҙ,” — ти “Йәйләү” программаһының авторы Мәрйәм Бураҡаева.

 Вожатый һәм тәрбиәселәр балалар менән “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмдә аралашты. Тәүге көндә ҡатнашыусылар лагерҙың гимны — Дамир Әҙелбаев яҙған “Башҡортостан” йырын өйрәнде. Кисен иң яҡшы башҡарыусы билдәләнде. Сменаның икенсе көнө “Бейемәгән башҡорт юҡ” тип аталды һәм башҡорт бейеүҙәренә арналды. Был көндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Эльвира Муллағолова оҫталыҡ дәресе бирҙе, һуңынан бейеү флешмобы үткәрелде. Сменала башҡорт милли уйын ҡоралдары —ҡурай һәм ҡумыҙға арналған көндәр ҙә планлаштырылды. Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны. Ҡурайҙа талантлы ҡурайсы Инйәр Ишмырҙин оҫталыҡ дәресе бирҙе. Шулай уҡ, балаларға “Урал батыр” эпосы, Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында һөйләп ишеттерелде, милли аш-һыу менән дә таныштырҙылар. Уҡыусылар шәжәрә, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре хаҡында ла яңы мәғлүмәт алды. Әйткәндәй, виртуаль лагерҙа ял итеү бушлай, бары https://vk.com/yaylau2020 төркөмөндә теркәлеү кәрәк.

Благовещенка мәктәбе уҡыусылары ла “Йәйләү”ҙән ситтә ҡалманы. Беҙҙең балалар өсөнсө йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйфә Рамазанова етәкселегендә онлайн-лагерҙа ял итә һәм йыл да яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, дипломдарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була.  Ғәрифуллин Искәндәр(3-сө класс), Ғәлиуллина Дарина (4), Сәлихов Рәмис (4), Сәлихова Эльвина (6), Сәлихова Алина (7), Бәхтийәрова Рида (8) “Йәйләү”ҙең иң әүҙем һәм иң белермән ағзалары, тип танылды.

Раушания Бәхтийәрова,

Благовещенка мәктәбе директоры.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас