

1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы — РКСМ ойошторола, 1924 йылда ул — Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткән күптәр уны бөгөн йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала һәм уның эшмәкәрлеген, тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай.
Һеҙ комсомол булдығыҙмы? Комсомол ойошмаһының әһәмиәте нимәлә? Ошо һорауҙар менән райондаштарыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Миңниса Мөхәмәтова (Иҫәнбаева) Тәүәкәс ауылы, хаҡлы ялда:
— Эйе, мин комсомол булдым. Ул ваҡыттар, күңелемдә матур хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Абҙанда 8-се класты тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡырға йүнәлдем. Русса һөйләшә белмәгәнгәме, беҙ, башҡорт ҡыҙҙары, ҡыйыуһыҙ, оялсан булдыҡ. Шулай ҙа яңы дуҫтар табып, дөйөм ятаҡта күңелле генә йәшәп, уҡый башланыҡ.
Бер көндө беҙгә комсомол сафына инергә әҙерләнергә ҡуштылар ҙа билеттар тараттылар. Рус һүҙҙәрен аңламағас, яуаптарҙы шиғыр кеүек итеп ятланым. Барыбыҙ ҙа яҡшы әҙерләндек. Ҡыҙҙар менән игеҙәктәр кеүек бер төҫтә кейендек — аҡ яғалы күлдәк, сәстәребеҙҙе ап-аҡ таҫмалар менән үрҙек. Егеттәр салбарҙарын "стрелкалап" үтекләгәндәр, аҡ күлдәктә. Комсомолға арнап училищела ҙур концерт ҡуйҙылар, күкрәктәребеҙгә комсомол значогын таҡтылар. Уҡытыусыларыбыҙ: “Партияға алмашҡа тоғро кешеләр булып үҫегеҙ”, — тип матур теләктәр теләне. Төшкөлөккә беҙгә, байрам хөрмәтенән, һөтлө аш һәм лимонлы сәй бирҙеләр.
Комсомол мине яуаплы, намыҫлы, ныҡыш һәм тырыш итеп тәрбиәләне. Өс йыл уҡыу дәүерендә, беҙгә һәр ваҡыт “Һеҙ комсомолдар, һәр ваҡыт, һәр ерҙә үрнәк булырға тейешһегеҙ”, — тип гел генә ҡабатлап торҙолар. Яңы ҡалалар төҙөү, иген үҫтереп, урып алыу, юлдар һалыу һәм башҡа сараларҙа комсомолдар һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта барҙы. Миңә ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашырға тура килмәһә лә, Балтас районына ебәрелгәс, ал-ял белмәй эшләнем, комсомол ойошмаһының яуаплы ағзаһы булдым.
Комсомолға инеүемде белгәс, Нәғимә һәм Зәбиҙә өләсәйемдәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе. “Урыҫ шикелле комсомол булып йөрөйһөң”, — тип, шелтәләне. Икеһе лә миңә Ҡөръән уҡырға өйрәтергә тырышты. “Балаларыңа Хоҙайҙан бәхет, тәүфиҡ һорап, кем доға ҡылыр?” — тип әйтә торғайнылар.
Юнир Йосопов, Абҙан мәктәбе директоры :
— Мин 1987 — 1990 йылдарҙа комсомол тормошонда ҡайнаным. Мәктәптә уҡыған саҡта комсомол ойошмаһының сәркәтибе вазифаһын башҡарҙым. 2 тин взнос йыйып, районға алып бара торғайным. Съездарҙа, йыйылыштарҙа, рейдтарҙа ҡатнашып, һәр саҡ башҡаларға үрнәк күрһәттек. Комсомол ойошмаһы үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә тос өлөш индерҙе. Беҙҙең быуын шуға ғәҙел, эшһөйәр, ватансыл һәм ярҙамсыл булып үҫте. Ҡыйынлыҡтарға бирешмәнек. Валентина Алексеевна Антипина районда комсомол ойошмаһы рәйесе ине. Күрешһәк, ошо күңелле мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алабыҙ. Йәшлегемдең комсомол менән бәйле үткәненә бәхетлемен.
Минира Ибәтуллина, Убалар ауылы, хужабикә:
— Мин комсомолдар рәтенә 1982 йылда баҫтым. Класыбыҙға устав ятларға ҡуштылар, аҙаҡ райкомға алып киттеләр. Хәтеремдә, бер апай менән ағай беҙгә һорауҙар бирҙе. Эй тулҡынландым шул саҡ. Барыбыҙҙы ла алдылар. Комсомолға кереүебеҙгә шатландыҡ. Ауылға значоктарыбыҙҙы күрһәтеп, балҡып ҡайтып индек.
Комсомол булғас, зночок тағып ҡына йөрөмәнек — ҡайҙа ҡушһалар шунда тир түктек. Хеҙмәт тәрбиәһе көслө булды беҙҙең заманда. Йәштәр ойошмаһы оло тормош һабағы бирҙе. Уның әһәмиәте көслө ине. Бөгөн йәштәребеҙгә уның файҙаһы бик тейер ине, тигән фекерҙәмен.
Ҡәҙир Зөлҡәрнәев, Архангел ауылы, 2-се Архангел мәктәбенең тарих уҡытыусыһы:
— 1974 йылда комсомол сафына алындым. Ул беҙҙең өсөн үҙенә күрә бер статус булды. Һин комсомол икәнһең, тимәк абруйлы, тырыш, ғәҙел, намыҫлы, ғөмүмән, һәр яҡлап та башҡаларға өлгөлө кешеһең.
Уставты ныҡлап ятлағас, райкомға барҙыҡ. Теҙеп баҫтырҙылар ҙа, бер-бер артлы һорауҙар бирә башланылар. Көнө-төнө устав ятлағас ни, ыҡ-мыҡ итеү юҡ. Күкрәктәргә значоктар таҡҡас, түбәбеҙ күккә тейеп, Абҙанға ҡайттыҡ.
Ырымбур өлкәһендә төҙөлөш техникумында уҡыған саҡта ла, армия сафында хеҙмәт иткәндә лә комсомолдың иң әүҙем ағзаһы булдым. Хеҙмәт юлын башлағас та, комсомол комитетының эшенән бушаманым. Беҙ тәртипле, әхлаҡлы үҫтек. Йәшлегебеҙ дәртле һәм сая уҙҙы. Бер-береңә ярҙам итеү, ышаныу, алдашмау, урлашмау кеүек төшөнсәләрҙең тәьҫире көслө ине.
Бөгөнгө ирекмәндәр кисәге комсомолдар тип әйтһәк тә була. Тик уларҙың айырмалары бар. Комсомолдың төп идеологияһы — интернацианализм һәм ул коммунистарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, алмашсыһы һаналды. Ә ирекмән — үҙ ирке менән социаль йүнәлештә ярҙам итеүсе.
Комсомол кеүек ойошма бик кәрәк. Унда үткән йәшлегемде һағынам.
Тәслимә Рәхимова, Абҙан ауылы, хаҡлы ялда:
— Беҙ йәш саҡта комсомол һәр ауылда, колхоз-совхоздарҙа, заводтарҙа, фабрикаларҙа әүҙем эш алып барҙы. Мәктәптә уҡығанда колхоз эшенән тыш, оло әбей-бабайҙарға ярҙам итә торғайныҡ. Фотом ҡуйылған беренсе документ — комсомол билетын алыу, йыйылыштарҙа ҡатнашыу, яуаплы эштәрҙе башҡарыу, ай һайын взнос түләү һәм башҡа уның менән бәйле күңелле һәм тынғыһыҙ ваҡиғаларҙы йылмайып хәтергә төшөрәм. Нисек кенә булмаһын, ул саҡтар сағыу һәм матур осор булып иҫтә ҡалды.
Әлеге көндә комсомол ойошмаһы эшмәкәрлек итһә, балаларыбыҙҙың йәшәү ҡиммәттәре, тормошҡа ҡараштары башҡасараҡ булыр ине.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.