Инйәр
+10 °С
Ясна
Төрлөһөнән...
3 Ноябрь 2022, 05:15

Рухи ҡиммәттәр — милләт йәне

Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресының урындағы бүлексәһе конференцияһы үтте

Рухи ҡиммәттәр — милләт йәнеРухи ҡиммәттәр — милләт йәне
Рухи ҡиммәттәр — милләт йәне

Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресының урындағы бүлексәһе конференцияһы үтте

Сара район хакимиәте булышлығында Конгресс башланғысы буйынса ойошторолдо. Конференция эшендә муниципалитет башлығы, уның урынбаҫарҙары, район Советы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, руханиҙар ҡатнашты.

Президиум составына район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, Архангел районының почетлы гражданы Дамира Мостафина, муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары Әлфиә Ҡотләмәтова, “Башҡортостан Республикаһында татарҙар конгресы” башҡарма комитеты ағзаһы Рәмил Сурағолов инде.

Сара “Татар халҡы миҫалында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм арттырыу” девизы аҫтында уҙҙы. Берләшмә эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Урындағы бүлексә идараһы рәйесе-етәксеһе Айгөл Сәйфуллина уҙған осорҙа бүлексә советының башҡарған эштәре һәм 2022-2023 йылдарға пландар хаҡында һөйләне.

Муниципалитет башлығы: “Архангел районында күп быуаттар дауамында төрлө халыҡ һәм конфессия вәкилдәре дуҫ йәшәй”,—  тип билдәләне. Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауҙың роле, йәш быуындың милли үҙаңын формалаштырыуҙа шәжәрәне һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында райондың мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, райондың ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, Яңы Шәрәй ауылының мосолмандар ойошмаһы лидеры Рөстәм хәҙрәт, Архангел районының Рустар соборы рәйесе Екатерина Егорова, Орловка ауыл мәҙәниәт йортоноң биҙәү-ҡул сәнғәте  түңәрәге етәксеһе Фәнисә Гольцова, Зәйет ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы Илүзә Ғафарова сығыш яһаны.

Ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Улар татар халҡы мәҙәниәте үҫешенә үҙ ҡараштарын белдерҙе. Йырсы- шағир, 1000-дән ашыу йыр авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы Рәмил Сурағолов ҡыҫҡаса үҙенең эшмәкәрлеге, татар телен һаҡлауға, быуындан-быуынға халыҡтың тарихи үҙенсәлеген тапшырыуға йүнәлтелгән яңы идеяларға, проекттарға ярҙам итеү хаҡында һөйләне.

Әйткәндәй, татар теле райондың бер мәктәбендә — Зәйеттә генә уҡытыла. Шуға ҡарамаҫтан, уны һаҡлауға күп көс һалған кешеләр бар.

Орловка ауыл хаҡимиәте башлығы Гөлнара Тимербулатова, мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғәфәрова, Зәйет ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ғилманова, Орловка ауылында йәшәүсе Фәһимә Хәлилова, «Әхирәттәр» фольклор төркөмө етәксеһе Эльмира Әрҙәширова район хакимиәтенең милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, район Советының татар мәҙәниәтен пропагандалағаны өсөн муниципаль хеҙмәт ветераны Дамира Мостафина, хеҙмәт ветерандары Лилиә Яхина, Зәбирә Кәримова, Зилә Башарова, Мөслимә Сәйғафарова, Венера Мөслимова, Зәйет мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Илүзә Ғафарова, китапханасылар Гөлфинә Блинова (Благовещен ауылы) һәм Зөлфирә Биктимерова (Зәйет ауылы), мәҙәниәт бүлегенең мәҙәни эштәр бүлеге мөдире Венер Монасипов, үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Физилә Миңлеғәлиева, Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы уҡытыусыһы Ринат Насиров, район Советы бүлеге етәксеһе Лилиә Ступницкая айырым билдәләнде.

Конференция барышында бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Райондың белем биреү ойошмаларына татар мәҙәниәтенә арналған тематик класс сәғәттәре, кластан тыш саралар һәм ата-әсәләр йыйылыштарын әҙерләүҙе һәм ғәмәлгә индереүҙе дауам итергә кәңәш ителде. Архангел районы картаһынан юғалған татар тораҡ пункттары тураһында мәғлүмәт базаһы булдырыласаҡ. Татарҙар күпләп йәшәгән урындарҙа халыҡ байрамдарын: “Шәжәрә байрамы”н тергеҙеү буйынса эш дауам итәсәк, “Татар йыры байрамы”н үткәреү әүҙемләштереләсәк. Райондың мәҙәниәт учреждениеларына кесе мәктәп йәшендәгеләр һәм өлкәндәр араһында татар фольклор коллективтарын булдырыу буйынса уртаҡ эште көсәйтергә тәҡдим ителде.

Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, конференция идеялары һәм ҡарарҙары мәктәпте тамамлаусыларҙың тарих, мәҙәниәт һәм тел өлкәһендәге әҙерлек кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, был үҙ сиратында, милли үҙаңды формалаштырыуға һәм йәш быуындың рухи, интеллектуаль һәм ижади потенциалын күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш.

Артабан райондан БР татарҙары конгресына делегаттар һайланды.

Махсус хәрби операцияға мөнәсәбәт мәсьәләһендә бөтә милләт халҡының берҙәмлеге темаһы ла ситтә ҡалманы. Барыһы ла мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

— Рәсәйҙе Украина неонацистарынан һаҡлаусылар менән бәйләнеш тоторға кәрәк. Хаттар яҙасаҡбыҙ, посылкалар ебәрәсәкбеҙ, ә уларҙың ғаиләләренә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәсәкбеҙ, — тигән һүҙҙәр яңғыраны трибунанан.

Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ “Әхирәттәр” фольклор төркөмө башҡарыуындағы йырҙар сараның йөҙөк ҡашы булды.

Дилара Бәҙретдинова.

Эльвира Абдулова фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас