

“Ҡурғаш” юл буйы кафеһы биләмәһендә модулле мәсет асылды. Был эш билдәле “Юлсы” проектына (етәксеһе — Алмас Вәлиев) ярашлы тормошҡа ашырылды. Тантаналы сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, район хакимиәте вәкилдәре, үҙебеҙҙең һәм Белорет районының имам-мөхтәсибтәре, урындағы әүҙемдәр, имамдар ҡатнашты.
Модулле мәсет асыу — берҙәм хеҙмәт емеше. Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Урал Шаһиев уның алдына ҡырсынташ түктерҙе, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов һәм Абҙан, Тирәкле, Оҙондар, Ҡыҙғы ауылдарының имамдары уны эргә-тирәгә түшәп, мәсеттең күтәрмәһен эшләп ҡуйҙы.
Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов билдәләүенсә, Өфө-Инйәр-Белорет юлы аша күп кеше йөрөй.
— Дин тотҡан мосафирҙар байтаҡ. Улар юл буйында шарттар булмағас, намаҙҙы төрлө урынға инеп уҡырға мәжбүр ине. Хәҙер, әл хәмдү лил-ләһ, тыныс ҡына ғибәҙәт ҡылырлыҡ бүлмә булдырылды, – тине.
Беҙҙәге модулле мәсет — республикалағы 11-се ғибәҙәт урыны. Уның эсенә иғәнә лә урынлаштырылған, кемдәр теләй хәйер-саҙаҡа һала ала. Мәсетте ҡарау, йыйыштырыуҙы “Ҡурғаш” кафеһының хужаһы Марсель Дамир улы үҙ өҫтөнә алды.
Дилара Бәҙретдинова.
Ә. Ноғаманова тарафынан ебәрелгән фото.