Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
3 Ноября 2022, 06:07

Мәктәп ашханаларында нисек ашаталар?

28 октябрҙә республиканың 1108 мәктәбендә “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!” берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп ашханаларында нисек ашаталар?Мәктәп ашханаларында нисек ашаталар?
Мәктәп ашханаларында нисек ашаталар?

28 октябрҙә республиканың 1108 мәктәбендә “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!” берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үтте. Унда 10 000-дән ашыу ата-әсә ҡатнашты.

Сараны мәктәптә туҡланыу системаһын һәм ата-әсәләр контролен камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө шулай уҡ   ата-әсәләрҙә, уҡыусыларҙа белем биреү учреждениеларында ҡайнар туҡланыу мәсьәләһенә ыңғай  мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе лә күҙ уңында тотто.

Мәктәп ашханаларында ашамлыҡтарҙың күргәҙмә-дегустацияһы тәҡдим ителде, унда теләгән һәр кем ҡатнашты, тәмләп ҡараны, документтарҙы өйрәнде, журналдарҙы тикшерҙе, ғөмүмән, уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу шарттары менән яҡындан танышты. Ата-әсәләр балаларының сифатлы һәм төрлөләндереп ашатыуҙарын күрҙе.

Туҡланыу сифатын контролдә тотоу маҡсатында белем биреү ойошмаларында бракераж комиссиялары ойошторолдо, уларҙың составына ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре инә. Комиссия тапшырылған аҙыҡ-түлектең сифатын, уларҙы һатыу ваҡытын, һаҡлау шарттарын, ризыҡты әҙерләү процесын, аҙыҡ-түлек блогы торошона санитар-гигиена талаптарын үтәүҙе контролдә тота.

Гөлсөм Ибраһимова,

“Туҡланыу үҙәге” белгесе.

 Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас