Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
3 Ноября 2022, 05:39

Изге ғәмәлдәр менән ойошторолдо

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана — Мәүлит байрамы үткәрелә.

Изге ғәмәлдәр менән ойошторолдоИзге ғәмәлдәр менән ойошторолдо
Изге ғәмәлдәр менән ойошторолдо

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана — Мәүлит байрамы үткәрелә. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. Был байрам ай буйына дауам итә.

Ошо  уңайҙан Максим Горький ауылының “Сулпан”  мәсетендә Мәүлит байрамына арналған йәмле мәжлес уҙғарылды. Сараға район үҙәгенән, күрше ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан байтаҡ халыҡ йыйылды. Бигерәк тә, ошондай мосолман байрамдарында балалар, йәштәрҙең күп булыуы ла ҡыуаныслы хәл. Убалар ауылының ағинәйҙәре лә изге ғәмәлдә әүҙем ҡатнашты.

Мәсеттең имам-хатибы Батыргәрәй хәҙрәт тантананы асып, Мәүлит байрамының тарихы, мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп вәғәздәр һөйләне. Максим Горький ауылының ағинәйҙәре пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тормош юлы, эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, мөнәжәттәр әйтте.  Артабан мәшһүр сүрәләр, аяттар уҡылды, Салауаттар яңғыраны. Пәйғәмбәребеҙ һәм уның туғандары, сәхәбәләренә арнап салауат-шәрифтәр уҡылды. Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеүсе йәш шәкерттәр сүрәләрҙе ятлап ишеттерҙе. Беҙ ҙә үҙебеҙ белгән мөнәжәттәрҙе тәҡдим иттек.

Намаҙҙан һуң, мосолмандар тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артына үтте. Ҡорбан итенән бешерелгән тәмле аш  ашап, баллы сәк-сәктән, бәлештәрҙән ауыҙ итеп, күңелдәрендә изгелек рухын арттырып, йылы итеп хушлашып таралыштыҡ.

Әлмира Юламанова,

Убалар ауылы ағинәйе.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас