

Убалар ауылы халҡы өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙгә ярҙамға аҡса йыйҙы. Бер кем дә был изге эштән ситтә ҡалманы, һәр кем үҙ мөмкинлектәренән сығып, махсус операцияға оҙатылған һалдаттарыбыҙға күңел йылыһын бирергә тырышты. Һөҙөмтәлә 33 мең һум аҡса тупланды. Уның 23 мең һумын районға тапшырҙыҡ, ә 10 меңен мобилизацияланған ауылдашыбыҙҙың банк иҫәбенә кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек һатып алыр өсөн күсерҙек. Улдарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар.
Изге күңелле, ярҙамсыл, ихлас кешеләрҙең күп булыуы ҡыуандыра, иртәгәһе көнгә ышаныс бирә.
Әлмира Юламанова,
Убалар ауылы ағинәйе.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.