

26 октябрь ирекмәндәр сифатында “Хәстәрлектән дә артыҡ” проектын асыуҙа ҡатнаштыҡ. Ул “Ғаилә” республика үҙәгенең беҙҙең райондағы коррекция-үҫтереү эштәре бүлегендә уҙғарыла.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды хуплаған “Изгелек барлыҡҡа килтереүселәр” хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың интеллектуаль, физик һәм эмоциональ үҫешенә булышлыҡ итә, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн психологик ярҙам булып тора.
Башта “Ғаилә” үҙәгенең директоры С.В. Пестова, “Изгелек барлыҡҡа килтереүселәр” хәйриә фонды, төбәк йәмәғәт ойошмаһы хакимиәте вәкилдәре сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү телмәре менән мөрәжәғәт итте. Тантаналы өлөштән һуң аниматорҙар күңелле уйындар үткәрҙе, балалар оялсан динозаврик менән танышты, бейене, күңел асты.
Аниматорҙарҙың сағыу сығышынан һуң, оҫталыҡ-дәрестәре, аквагрим менән ижади, аш-һыу майҙансыҡтары ойошторолдо. Балалар үҙҙәрен ризыҡ әҙерләүҙә һананы, тәмле бәлештәр менән сәй эсте. Бай эстәлекле программала балалар ҙа, өлкәндәр ҙә теләп ҡатнашты, дәртле һәм ихлас булды! “Хәстәрлектән дә артыҡ” проектына старт бирелде!
Евгения Мерзлякова,
“Ғаилә” район-ара үҙәгенең коррекция-үҫтереү эше бүлеге мөдире.
Автор фотоһы.