Инйәр
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
3 Ноября 2022, 06:14

Аҡ мәсеттә ҡорбан ашы

Үткән шәмбе Ҡыҙғы ауылының Аҡ мәсетендә Ҡорбан ашы мәжлесе уҙғарылды.

Аҡ мәсеттә ҡорбан ашыАҡ мәсеттә ҡорбан ашы
Аҡ мәсеттә ҡорбан ашы

Үткән шәмбе Ҡыҙғы ауылының Аҡ мәсетендә Ҡорбан ашы мәжлесе уҙғарылды. Ауылыбыҙҙың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары иртән үк ғибәҙәт йортона килеп, аш-һыу әҙерләргә тотондо. Билдәләнгән ваҡытҡа олоһо-кесеһе иман йортона йыйылды. Һәр береһе үҙе менән табынға күстәнәстәрен дә тотоп килде.

Мәсетебеҙҙең имамы Ғаяз Шәмситдин  улы Ноғаманов  башта матур итеп вәғәздәр һөйләне, артабан Ҡөръән аяттары, сүрәләре, мөнәжәттәр яңғыраны. Ҡыҙғы ауылынан өлөшләтә мобилизацияға  эләккән ир-егеттәребеҙ булмаһа ла, яҡташ һалдаттарыбыҙҙың баш иҫәнлеге, донъялар тыныслығы өсөн доғалар ҡылынды, хәйерҙәр таратылды. Ҡорбан салдырған Мәскәү ҡалаһында йәшәгән ҡәрендәшебеҙ Әниә Мөнир ҡыҙын һәм    Архангелдән Мөслимә Мирсадыр ҡыҙын да онотманыҡ. Уларҙың изге ғәмәле мең сауаптар булып ҡайтһын.

Артабан барыһы ла мул табын артына ултырҙы. Өйҙән сығып йөрөй алмаған апайҙарға Ҡөръән ашын, күстәнәстәрҙе алып барып бирҙек.

Сараға килеүселәр рухланып, күңелдәрен байытып таралышты.

Әлфира Ноғаманова.

Ҡыҙғы ауылы.

Ә. Ноғаманова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас