Инйәр
+17 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
28 Октября 2022, 08:33

Ләйсән Алтыноваға алтын миҙал

15  октябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында үҫмерҙәр араһында тхэквондо буйынса Өфө ҡалаһы асыҡ беренселеге үтте.

Ләйсән Алтыноваға алтын миҙалЛәйсән Алтыноваға алтын миҙал
Ләйсән Алтыноваға алтын миҙал

15  октябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында үҫмерҙәр араһында тхэквондо буйынса Өфө ҡалаһы асыҡ беренселеге үтте. Турнирҙы ойоштороусылар  уны һәр ваҡыт мөмкин тиклем конкурентлы итергә тырыша. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән спортсыларҙың ҡатнашыуы уға сифат өҫтәй.  

Бәйге барышында районыбыҙҙың “Молот” спорт клубы командаһы яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Спортсыларҙың бурысы — мөмкин тиклем уңышлы сығыш яһау һәм миҙал яуларға тырышыу. Йәш  тхэквондосыларҙың тренеры  Азамат Ураҙғолов тәрбиәләнеүселәренең еңеүенә ҡыуанып:

— Кем  күнекмәләргә даими рәүештә йөрөнө,  көрәш майҙанына сығырға етди әҙерләнде — үҙҙәренең лайыҡлы миҙалдарына өлгәште. Үҫмерҙәрҙең байтағы залда көн һайын, хатта көнөнә ике тапҡыр шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәр  был спорт төрөн үҙ итеп өлгөрҙө. Хәҙер улар алдында артабан да еңеүҙәргә ирешеү өсөн бик күп маҡсаттар тора, — тине.

1-се Архангел мәктәбенең 7-се класы уҡыусыһы Ләйсән Алтынова “Молот” клубында ике йыл тхэквондо серҙәрен үҙләштерә. Ошо осорҙа ул Рәсәй, республика буйынса байтаҡ чемпионаттарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр менән ҡайтты. Был юлы ла Ләйсән беренсе баҫҡысҡа үрләне һәм алтын миҙал менән бүләкләнде.

Дилара Бәҙретдинова.

Р.Алтынова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас