

Республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы камиллаштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һуңғы осорҙа был мәсьәләгә власть яғынан да иғтибарҙың артыуы күҙәтелә. Күп белем усаҡтарында уҡыусыларҙың туҡланыуы асығыраҡ һәм үтә күренмәлерәк була бара, хатта теләгән һәр ата-әсә мәктәп ашханаһына килеп балаларҙың туҡланыуын ойоштороу барышы менән таныша ала. Ул шулай уҡ белем биреү ашханаһының стендына йәки мәктәп сайтына ҡуйылған менюҙа яҙылғандарҙың ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен белешә, балаларға әҙерләнгән блюдоларҙы тәмләп ҡарай.
Башҡортостан мәктәптәрендә 96,2 процент уҡыусы ҡайнар аш менән туҡлана, уларҙың 56 проценты льготаға эйә: башланғыс мәктәп уҡыусылары, инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән уҡыусылар, Донецк, Луганск, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән балалар.
Республикала балалар туҡланыуы операторҙарына ҡорамалдар бушлай файҙаланыуға тапшырыла, уларҙы ҡуртым һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән азат итәләр.
Беҙҙең төбәктә балалар туҡланыуы өлкәһендә 5 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Ашнаҡсылар республика мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында 360 000-дән ашыу баланы сифатлы, тәмле һәм файҙалы аҙыҡ менән тәьмин итә. Балалар туҡланыуын ойоштороу сифаты федераль һәм төбәк конкурстарында юғары баһа алды, ул хаҡлы рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала.
Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө уңайынан Өфө ҡалаһының 35-се мәғариф үҙәге алдында “Ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәт” тип аталған яңы арт-объект пәйҙә булды. Уны асыуҙа “Социаль туҡланыу идаралығы” учреждениеһы белгестәре лә ҡатнашты.
Гөлсөм Ибраһимова,
“Туҡланыу үҙәге” белгесе.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.