Инйәр
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 12:11

Мал табибы — изге хеҙмәт

Бөгөнгө көндә һөнәрҙәрҙең төрлөһө бар. Уларҙың һәр береһе йәмғиәткә ҙур файҙа килтерә.

Мал табибы — изге хеҙмәт
Мал табибы — изге хеҙмәт

Бөгөнгө көндә һөнәрҙәрҙең төрлөһө бар. Уларҙың һәр береһе йәмғиәткә ҙур файҙа килтерә. Әммә ләкин иң-иң кәрәкле һөнәр — табип, шул иҫәптән хайуандар өсөн табип, йәғни — ветеринар.

Ветеринар теләһә ниндәй ауыл хужалығы малдарын һәм ҡырағай хайуандарҙы дауалау, иҫкәртеү оҫталығына һәм белемгә эйә. Районыбыҙҙың ветеринария станцияһы йәшәйеше тураһында уның етәксеһе Венер Хажиәхмәтов һөйләй:

— Беҙҙә ветеринария хеҙмәте 30-сы йылдар башында, Архангел районы административ берәмеге барлыҡҡа килеү менән бергә ойошторола.  Архангел ауылы халҡының һәм ветеринария хеҙмәте ветерандарының хәтирәләренән Бөйөк Ватан һуғышына тиклем беренсе баш ветеринар Николай Васильевич Усачев (1935-1939 йылдарҙа) булған. Һуғыш йылдарында районда эвакуацияланған ветеринарҙар эшләгән.

   1949 йылдың майында  район ветеринария станцияһы үҙәк зооветеринария участкаһы тип үҙгәртелә. Был йылдарҙа зооветеринария участкалары менән Вера Александровна Горина һәм Иван Васильевич Гупалов етәкселек итә. 1962 йылда районда  ветеринария дауаханаһы асыла, ул Илья Алексеевич Циглинцев, Клавдия Мироновна Самсонова ҡарамағында була.

    1966 йылдың апреленән ойошма Хайуандарҙың ауырыуҙары менән көрәш буйынса ветеринария станцияһы, тип үҙгәртелә. Ойошма менән Миҙхәт Хәсәнов, Әнсәф Исламов, Виктор Телегин, Камил Исмәғилев, Наталья Скуина, Елена Лисовская, Ғәли Төгөлбаев идара итә. Уларҙың һәр береһе райондың ветеринария өлкәһенең үҫешенә ҙур өлөш индерә.

30-сы йылдарҙан 60-сы йылдар башына тиклем районда быума, бешмә, түләмә ауырыуҙары теркәлә. Ветеринар белгестәр ҙә етешмәгән, шуның менән бәйле ауыл хужалығы мәктәбе асыла. Унда ветеринария фельдшерҙары әҙерләнеп, артабан  район хужалыҡтарында уңышлы хеҙмәт иткән.

    50-се, 60-сы, 70-се йылдарҙан алып 90-сы йылдар башына тиклем  районыбыҙ республикала һәм уның сиктәрендә малсылыҡ үҫешкән район булараҡ танылыу яулай. Колхоз  фермаларында бестужев тоҡомло һыйыр малдары яҡшы үрсетелә. Юғары күрһәткестәргә ветеринария хеҙмәте ойошторған тотороҡло эпизоотик именлек урынлаштырылғанда ғына өлгәшергә мөмкин була. Ошо йылдарҙа дәүләт ветеринария, етештереү хеҙмәттәренең  район хакимиәте  менән берлектә яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә мал иҫәбе, малсылыҡ продукцияһын етештереү арта, эпизоотик именлек тә һаҡлана.

Әлеге ваҡытта ветеринария станцияһында 25 кеше тир түгә.  Улар араһында — 12 ветеринария табибы, 6 — фельдшер. Ветеринария станцияһы структураһында 12 ауыл биләмәһен хеҙмәтләндергән 8 ветеринария участкаһы һәм лабораторияһы бар.

  Ветеринар — ябай һөнәр түгел, ул махсус белем, практик тәжрибә һәм байтаҡ физик көс талап итә, хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ.  Елена Лисовская — Ҡыҙыл Еҙем ветеринария участкаһы мөдире, Вера Морозова  (Приуралье ветеринария участкаһы мөдире), Мансур Мәһәҙиев (Баҡалдыла ветеринария фельдшеры) 20 йылдан ашыу ветеринария хеҙмәтенә тоғро,   Мария  Тетеркина  (эпидемияға ҡаршы отряд начальнигы), Радик Ҡотләмәтов  (Баҡалды ветеринария участкаһы мөдире), Сергей Павлов  (Валентиновка ветеринария участкаһы мөдире), Анна Кудряшова  (Валентиновка ветеринария участкаһының ветеринар фельдшеры), Андрей Сотников   (Краснокуртов ветеринария участкаһы мөдире), Илгиз Искәндәров  (Краснокуртов ветеринария участкаһының ветеринар фельдшеры), Ринат Йәнешев  (Арх-Латыш ветеринария участкаһы мөдире),  Азамат Мәсәлимов  (Абҙан ветеринария участкаһы ветеринар фельдшеры) үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, намыҫлы, яуаплы хеҙмәткәрҙәр.

Коллективта быуындар алмашыныуы ла бара. Уҡыу йорттарын тамамлаусылар тыуған яҡтарына ҡайтып, өлкән коллегаларының тәжрибәһен өйрәнә. Абҙан ветеринария участкаһы мөдире Сабир Мәзитов, Ҡыҙыл Еҙем  ветеринар фельдшеры Елена Помыкалова, эпидемиологияға ҡаршы отрядтың ветеринар врачы Альбина Әхмәтова, район ветеринария станцияһының алдынғы ветеринар врачы Мария Антипина һайлаған юлдарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Бөгөн ветеринария станцияһы коллективы район биләмәһендә профилактик һәм диагностик тикшереүҙәр, малсылыҡ продукцияһына экспертиза үткәреү буйынса дәүләт заданиеһын үтәү өҫтөндә эшләй. Төп бурыс — район биләмәһендә тотороҡло зпизоотик именлекте һаҡлау, йорт хайуандарының йоғошло һәм айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау.

2018 йылдың 1 июленән бөтә республика “Меркурий” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының электрон төрҙәге ветеринария-оҙатыу документтарын рәсмиләштереүгә күсте.

Һуңғы айҙарҙа Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сусҡаларҙың Африка тағуны (ҡырағай ҡабандар һәм йорт хайуандары араһында), ҡош киҙеүе буйынса хәл көсөргәнешле ҡала. Шул сәбәпле, район халҡын ветеринар документтарһыҙ ит продукцияһын, шулай уҡ тере мал һатып алмаҫҡа, малдарҙы термик эшкәртелгән аҙыҡ менән ашатырға, уяулыҡ юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ.  Йорт хайуандарының хужаларына мал һәм ҡош-ҡорт аҫрау буйынса ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен етди үтәү зарур.  Шулай уҡ Башҡортостан буйынса хайуандарҙың ҡотороу сире осраҡтары ла йышайған. Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарының ҡотороу сирен булдырмау маҡсатында район ветстанцияһы бөтә ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарын, бесәйҙәрҙе бушлай вакцинацияға (дүшәмбе-шәмбе) саҡыра, — тип район ветеринария стианцияһының тарихы һәм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Архангел ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов.

***

— Венер Сәрүәретдин улы,  һеҙҙең эштә ниндәй хеҙмәттәргә ихтыяж бар?

— Ваҡ йәнлектәр операцияһын үткәреү буйынса хеҙмәттәр (бесәйҙәрҙе, йәнлектәрҙе стерилләү), шулай уҡ уларҙы вакцинациялау. Һыйырҙарҙы яһалма аталандырыу.

—  Әлеге ваҡытта малдарҙы дауалау өсөн дарыуҙар баҙары бик ҙур. Уларҙы  һайлағанда нисек яңылышмаҫҡа?

— Архангел районы ветеринария станцияһында медикаменттарҙы һатыуға ветеринария саралары әйләнеше өлкәһендә фармацевтик эшмәкәрлек алып барыуға лицензияһы булған дәүләт ветеринария дарыуханаһы эшләй. Унда хайуандарҙың, ҡоштарҙың сирҙәрен  иҫкәртеү, дауалау өсөн препараттар бар. Унда бер шикләнмәй генә дарыуҙар һатып алырға мөмкин.

Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.

Эльвира Абдулова фотоһы. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: