Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 12:02

Киләсәк — уҡытыусылар ҡулында

Август аҙағында район уҡытыусыларының август кәңәшмәһе уҙҙы.

Киләсәк — уҡытыусылар ҡулында
Киләсәк — уҡытыусылар ҡулында

Унда Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Марат Кашаев,  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Таңһыҡҡужина, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф ветерандары советы рәйесе Фәниә Әсәҙуллина, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, уның урынбаҫары Гөлсәсәк Сәғитова, район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, белем биреү учреждениелары етәкселәре, педагогтар, педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.  

Уҡытыусылар йыйыны “Төп стратегик ориентирҙар контексында муниципаль мәғариф системаһын үҫтереү: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар” тигән исем аҫтында үтте.

 Ҡунаҡтарға, уҡытыусыларға район мәҙәниәт йортоноң фойеһында урынлаштырылған төрлө майҙансыҡтар  тәҡдим ителде. Ауырғазы күп профилле колледжы филиалының күргәҙмәһе, Башҡортостан Республикаһы Кванториумы күсмә технопаркының “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге, “Азимут” балалар берләшмәһе эшенең презентациялары, мәҙәни мираҫтың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтенә бәйле күргәҙмәләр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

     Сараның пленар өлөшөндә баш һүҙ район хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлинға бирелде. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотлағандан һуң, ул бөгөн мәғарифтың дәүләт сәйәсәтенең төп өҫтөнлөгө булып тороуы хаҡында сығыш яһаны. Артабан М.Ф.Кашаев, Т.М. Таңһыҡҡужина тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Л.Т.Сәйғафарова 2021-2022 уҡыу йылына райондың мәғариф системаһы эшенә анализ яһап, яңы уҡыу йылына бурыстар ҡуйҙы, үҫеш перспективалары менән таныштырҙы.

Фәниә Ҡазыханова докладында “Хәҙерге белем биреүҙә остазлыҡ” темаһын яҡтыртты. 2-се Архангел мәктәбе уҡытыусыһы Елена Соснина “Йәштәрҙең илһөйәрлегендә — Рәсәй киләсәге!” тип аталған телмәрендә заман мәктәптәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү хаҡында бәйән итте. Сығыштарҙан һуң һорауҙарға яуаптар бирелде, маҡсаттар ҡуйылды.

Йыйындың икенсе өлөшөндә мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ошо өлкәлә намыҫлы тир түгеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. “Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре”  билдәһе менән үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшелгән уңыштары өсөн Ғәлиә Шакир ҡыҙы Рафиҡова (Благовещенка мәктәбенең педагогик хеҙмәт ветераны), Фидәлиә Фәрит ҡыҙы Кинйәғолова (Абҙан мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы) бүләкләнде.

“Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” знагы менән үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн  Тирәкле мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса мәктәп директоры урынбаҫары Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрүзова  наградланды.

Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почет грамотаһы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 1-се Архангел мәктәбе ашнаҡсыһы Лилиә Искәндәр ҡыҙы Исхаҡоваға тапшырылды.

Дөйөм белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары командалары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсында 3-сө урын яулаған өсөн БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының дипломы һәм Рәхмәт хаты менән районыбыҙҙың “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте командаһы бүләкләнде.

Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн БРСауҙа һәм хеҙмәт министрлығының Почет грамотаһы менән Благовещенка мәктәбе ашнаҡсыһы Эльвира Сабирйән ҡыҙы Хәсәнова, Рәхмәт хаты менән Эльвира Нурморат ҡыҙы Әбҡәҙирова (Тирәкле мәктәбе ашнаҡсыһы), Гөлнур Биктимер ҡыҙы Мостафина (Тәүәкәс мәктәбе ашнаҡсыһы) бүләкләнде.

Төбәк олимпиадаһы призерҙарын әҙерләгән өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты  Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Иштуғановаға  (1-се Архангел мәктәбенең тарих уҡытыусыһы), Лилиә Тимерйән ҡыҙы Сәғәҙәтоваға (2-се Архангел мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы) тапшырылды.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең юғары профессиональ кимәле өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән Динә Шамил ҡыҙы Әсәҙуллина (1-се Архангел мәктәбенең тарих уҡытыусыһы), Азамат Йәғәфәр улы Рәхимов (2-се Архангел мәктәбенең математика уҡытыусыһы) билдәләнде.

Гүзәл Сәмситдин ҡыҙы Хөсәйеноваға (Тәүәкәс мәктәбенең йыйыштырыусыһы), Динара Миңнулла ҡыҙы Мусинаға (Максим Горький мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Фәриҙә Мәхмүт ҡыҙы Гойдаға (Благовещенка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Динә Аҙнабай ҡыҙы Ғәбитоваға (1-се Архангел мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Айгөл Тимерйән ҡыҙы Вәлиеваға (Тәүәкәс мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы), Рәйхана Сулпан ҡыҙы Әхмәтйәноваға (1-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы), Динә Шамил ҡыҙы Әсәҙуллинаға (1-се Архангел  мәктәбенең тарих уҡытыусыһы) Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының һайлау кампанияларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса уңышлы эш өсөн рәхмәт  иғлан ителде. 

 Республика балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгенең үҫеш, туристик походтарҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Почет грамотаһы менән Фәрзәнә Фәсхитдин ҡыҙы Хәсәнова (“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры), Эльза Риф ҡыҙы Сәләхитдинова (2-се Архангел мәктәбе директоры), Марсель Мәхмүт улы Ғилманов (Тирәкле мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы)  бүләкләнде.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына Гөлшат Ғәбделәхәт ҡыҙы Ҡотләмәтова (үҙәкләштерелгән бухгалтерияның мәғариф учреждениелары секторы мөдире) лайыҡ булды.

Район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәр өсөн түбәндәгеләр наградланды: Динә Кәшфулла ҡыҙы Шәрәфитдинова (Максим Горький мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Тәғлимә Рәхмәтулла ҡыҙы Яҡшығолова (Абҙан мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе ярҙамсыһы).

Мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн район Советының Почет грамотаһы  Римма Рәфис ҡыҙы Бадрановаға (үҙәкләштерелгән бухгалтерия бухгалтеры), Әлфирә Рафаил ҡыҙ Абдуллинаға (Ҡыҫынды мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) тапшырылды.  

Район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн түбәндәгеләр наградланды: Марсель Мәхмүт улы Ғилманов (Тирәкле мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы), Урал Шәкүр улы Ғимранов (Орловка ауылының “Ландыш” балалар баҡсаһы операторы), Рәмилә Рәзиф ҡыҙы Хәбибетдинова (“Тирмәкәй”) балалар баҡсаһының хужалыҡ мөдире, Әнисә Фанияз ҡыҙы Ниғәмова (“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе), Диләрә Хәммәтзаһир ҡыҙы Иштуғанова (Приуралье ауылының “Йылмайыу” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе).

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы  рәхмәт хаттары  күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн түбәндәге хеҙмәткәрҙәргә бирелде: Рәйфә Рамаҙан ҡыҙы Рамаҙанова (Благовещенка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Гөлсинә Ғәлләметдин ҡыҙы Фазылова (Тирәкле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Урал Шәкүр улы Ғимранов (Орловка ауылының “Ландыш” балалар баҡсаһы операторы), Гөлжихан Нәжметдин ҡыҙы Аристанова (“Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе ярҙамсыһы), Мәмдүҙә Вәрис ҡыҙы Нафиҡова (Тәүәкәс мәктәбенең йыйыштырыусыһы).

Хәҙерге мәктәпкә хеҙмәттәшлеккә һәләтле, мобилле, әүҙемлек менән айырылып торған, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итә белгән белемле һәм әхлаҡи педагогтар кәрәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ  “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса районға ҡайтҡан, ситтән килгән йәш белгестәр ҙә сәхнәгә саҡырылды. Бына улар: 1-се Архангел мәктәбенең тарих уҡытыусыһы —  Неля Николаевна Петренко, Валентиновка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы — Валерия Сергеевна Новокшенова һәм  “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса районға килгән педагог —Альбина Әмирхан ҡыҙы Ишбирҙина (Валентиновка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы).

Яңы уҡыу йылы барыһына ла тик шатлыҡ, уңыштар килтерһен.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: