Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 15:06

Күсемһеҙ милек объекттары һаны ике тапҡырға артҡан

2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда күсемһеҙ милек объекттарының кадастр иҫәбенә ингән ғаризалар һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан. Был хаҡта Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында хәбәр иттеләр.

— Башҡортостанда 2022 йылда кадастр иҫәбенә ҡуйылған күсемһеҙ милек объекттары иҫәбенең артыу динамикаһы дауам итә.  Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында граждандар һәм ойошмалар 75 меңдән ашыу күсемһеҙ милек объектын иҫәпкә ҡуйған, был 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк (39 587). Шул уҡ ваҡытта 54 меңдән ашыу ғариза электрон төрҙә килде, былтыр иһә — 19,5 меңләп объект, был күрһәткес динамикаһы 180% тәшкил итте, — тине "Росреестр" ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов.

Росреестрҙа билдәләүҙәренсә, кадастр иҫәбенә ғаризаларҙың күпселек өлөшөн (70%) власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары бирә, шул иҫәптән граждандар һәм эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә.

— Бөгөн власть һәм урындағы үҙидара органдары ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, төҙөүсенән төҙөлөш тамамланыуы тураһында белдереү ҡағыҙы килгәндә) граждандар һәм бизнес мәнфәғәтендә кадастр иҫәбе һәм хоҡуҡтарҙы теркәү тураһында документтарҙы үҙ аллы ебәрергә тейеш, шул уҡ ваҡытта уларҙы бер яҡлы ғына ҡултамға менән раҫлап, электрон төрҙә эшләй ала, был хеҙмәттәр алыусыларҙың ваҡытын һәм аҡсаларын экономиялай, — тип аңлатты БР Росрестр ҡарамағындағы  йәмәғәт советы рәйесе Денис Мусин.

Наталья Шаһиева,

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: