Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 11:46

Белем биреүгә ҡағылышлы һандар

2021-2022 уҡыу йылында районда 16 мәктәп, бер мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн  учреждение (башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы), өс балалар баҡсаһы, биш мәктәп филиалы (балалар баҡсалары), мәктәптәр ҡарамағында 6 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, дүрт мәктәп алды белем биреү төркөмө эшмәкәрлек итте.

Белем биреүгә ҡағылышлы һандар
Белем биреүгә ҡағылышлы һандар

2021-2022 уҡыу йылында районда 16 мәктәп, бер мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн  учреждение (башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы), өс балалар баҡсаһы, биш мәктәп филиалы (балалар баҡсалары), мәктәптәр ҡарамағында 6 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, дүрт мәктәп алды белем биреү төркөмө эшмәкәрлек итте.  Мәктәптәрҙә 2208 уҡыусы белем алған, балалар баҡсаларына 925 бала йөрөгән. 1-се класҡа 249 уҡыусы ҡабул ителгән.

2021-2022 уҡыу йылында район мәктәптәрендә 256 педагогик хеҙмәткәр эшләгән, уларҙың 212-һе — юғары белемле. 143 уҡытыусының (56 процент) 20 йылдан ашыу эш стажы бар. Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше — 48. Пенсия йәшендәге уҡытыусылар — 74 кеше.

Уҡыу йылында ике йәш белгес Архангел ауылы мәктәптәренә ҡайтҡан. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә Ырныҡшы мәктәбенә башланғыс класс, Абҙан һәм Зәйеттә — сит телдәр, Ҡыҙыл Еҙем ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары урынлаштырылған.

40 тораҡ пункттағы 11 дөйөм белем биреү ойошмаһынан 21 автобуста 681 уҡыусыны (уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 30 процент) мәктәптәргә йөрөтөү тормошҡа ашырылған.

2022 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар яҡшы белем күрһәтте. 2021 йыл менән сағыштырғанда, быйыл инглиз теле (48), тарих (16, 9), әҙәбиәт (10,5), география (6) кеүек фәндәрҙән балдар күтәрелде. Мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһы ла урта дөйөм белем тураһында аттестат алды.

2021-2022 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының мәктәп этабында уҡыусылар әүҙем ҡатнашып, 307 еңеүсе һәм призер билдәләнде. Олимпиаданың муниципаль этабында 297 уҡыусы белемен һананы, 20 еңеүсе һәм призер асыҡланды. Олимпиаданың төбәк этабында район намыҫын 7 уҡыусы яҡланы, уларҙың дүртәүһе иҡтисад, физкультура, рус теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында призер исемен яуланы.

Уҡыу йылы дауамында “Импульс” балалар ижады үҙәге төрлө кимәлдәге конкурстар ойошторҙо, уларға 1823-тән ашыу эш килде. Зона һәм төбәк кимәлендәге сараларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 80-дән ашыу уҡыусы призерҙар һәм еңеүселәр булды.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Архангел һәм Максим Горький ауылдарында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, информатика, технология йүнәлештәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре уңышлы эшләй. 2021 йылда Благовещенка һәм Тирәкле ауылдары мәктәптәрендә тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлеш буйынса “Үҫеш нөктә”ләре асылды.  2022 йылда Баҡалды, Валентиновка,  2-се Архангел мәктәптәрендә шулай уҡ Тәбиғи-ғилми һәм технологик профилдәге “Үҫеш нөктәһе” эшмәкәрлек итәсәк.

“Үргә ос” (“Взлетай”) мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2-се Архангел  мәктәбендә стоматология кабинеты эшләй. Уҡыу йылы дауамында стоматолог 515 уҡыусыны тикшергән, был уҡыусылар һанынан 23 процент тәшкил итә (былтырғы кимәлгә ҡарата 1 процент).  Яңы уҡыу йылында был эш дауам ителәсәк.

Лилиә Сәйғафарова,

район мәғариф бүлеге начальнигы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: