Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2022, 15:23

90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!

90 йәшлек юбилейын билдәләгән кеше легендаға лайыҡтыр.

90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!
90 йәш — лайыҡлы тормош өсөн бүләк!

90 йәшлек юбилейын билдәләгән кеше легендаға лайыҡтыр. Муллаҡай  ауылында тыуып, бөгөн Заряла йәшәүсе Рәбиғә Мөхәмәтулла ҡыҙы Йәнешева ошо көндәрҙә йөҙөнсө тиҫтәгә аяҡ баҫа.

90 йыл үҙенә байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы һыйҙыра. Рәбиғә әбейҙең яҙмышы  ауыр йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш. Ул — ябай ауыл ҡатыны, үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә кисергән. Бала, үҫмер сағы, йәшлеге ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтә. Тормош ныҡышмалылығы уны ғүмер буйы оҙатып барып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

Ил инәһе үҙенең йылдарында ғәжәйеп аҡыл асыҡлығын һәм тормош һөйөүен, дәртен һаҡлап ҡалған. Оҙон, еңел булмаған тормош һәм хеҙмәт юлын бик яҡшы хәтерләй.

Ошо хәтирәләрҙең иң тетрәндергесе — Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм унан һуңғы осор. Ауылдағы һуғышҡа яраҡлы барлыҡ ир-егеттәр фронтҡа оҙатылғас, тотош колхоз эше ҡатын-ҡыҙ, балалар елкәһендә ҡала. 10 йәшен дә тултырмаған Рәбиғә ҡайҙа ғына ҡарама, апайҙар, әбейҙәр менән бергә билде биштән быуып хеҙмәт итә. Үгеҙ егеп, колхоз малына ҡырҙан бесән һәм һалам ташыу, мал ҡарау, ҡар иреп бөтөү менән һабан һөрөү, иген сәсеү, башаҡ йыйыу һәм башҡа бала көсө етмәҫлек ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килә уға. Эш таң һарыһынан ҡараңғы төшөп, ыҙан күренмәй башлағанса тиклем бара, туҡтарға рөхсәт итмәйҙәр. Шунһыҙ норманы тултырып булмай.

Ашарға етмәй, асығыуҙы һыу эсеп булһа ла баҫалар. Ауылдағы ғаиләләр нормаға бирелгән ашлыҡ ишаратын таҙартып, ҡул тирмәнендә тартып, шыйыҡ ҡына өйрә бешерергә етерлек ярма эшләп, шуны ашап көн күрә. Һәр кем оҙон ҡыш бөтөүен тилмереп көтә. Сөнки яҙҙан ҡара көҙгә тиклем төрлө үлән, емеш-еләк, тамырҙар менән туҡланып була.

Үҫә төшкәс, ул бер төркөм үҫмерҙәр менән Белорет районының Асы ауылына бүрәнә ҡыуырға (сплавҡа) ебәрелә. Ике йыл тирәһе  ағас ағыҙыуҙа ҡатнаша. 19 йәшендә Аҫҡын ауылы егете Шәкирйән Ноғаман улы Йәнешевкә кейәүгә сыға. Башта Аҫҡында ҙур йорт һалып сығып шунда донъя көтәләр, 6 балаға ғүмер бирәләр. 1972 йылда Йәнешевтәр Заряға күсеп килә. Максим Горький колхозында тир түгеүҙәрен дауам итәләр. Балалары урындағы мәктәптә башланғыс, Арх-Латышта урта белем алып, артабан һөнәр һайлап, үҙ аллы тормош юлына сыға.

Бөгөн Рәбиғә Мөхәмәтулла ҡыҙы матур ҡартлыҡ кисерә. Олпат йәшенә ҡарамаҫтан, һаман йорт мәшәҡәттәрен үҙе башҡара, күп итеп гөл-сәскә үҫтерә, хатта иҙәндәрен дә ялт иттереп йыуып ҡуя. Эшһеҙ торорға яратмай ул. “Хәрәкәттә — бәрәкәт”,— ти. Ил инәһе йәшенә бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, тормошҡа ыңғай  ҡарай. 

Дилара Бәҙретдинова.

А.Ибәтуллин тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: