Инйәр
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 15:48

Ярҙам йөҙөнән

24 август райондың “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы  Өфө ҡалаһына  сәйәхәткә алып барҙы.

Ярҙам йөҙөнән
Ярҙам йөҙөнән

24 август райондың “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы  Өфө ҡалаһына  сәйәхәткә алып барҙы.

Күңелле сәфәр “Ультра” сауҙа үҙәгендәге кинотеатрҙан башланды. Ҙур экран, һүндерелгән яҡтылыҡ, иҫ киткес тауыш эффекттары барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты.  Балаларҙы изгелеккә, дуҫлыҡҡа һәм бер-береһенә ярҙам итергә саҡырған мауыҡтырғыс йәнһүрәт сәғәт ярым дауам итте, әммә беҙгә ул бер мәл кеүек кенә  тойолдо.

Сәфәребеҙҙең киләһе өлөшө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында дауам итте. Экскурсияны алып барыусы ҡаланың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләне. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың боронғо хеҙмәт ҡоралдары, үткән быуатта кейеп йөрөгән кейем-һалымы, көнкүреш әйберҙәре менән таныштыҡ. Бында беҙҙең эраға  һәм Совет заманына тиклемге бөтә осорҙар күрһәтелде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар  бер залдан икенсе залға күсеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, һорауҙар бирҙе.

Музейҙа беҙ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға арналған күргәҙмә менән дә таныштыҡ. Һуғыш ветерандарының фотоһүрәттәрен, орден-миҙал менән бүләкләнгәндәрҙең исемлеге, наградалар һәм таныҡлыҡтар, Рәхмәт хаттары, фронт яҙмалары, һуғышта ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре тәҡдим ителде.

Экскурсия тамамланғас, беҙ музей хеҙмәткәрҙәренә ентекле хикәйәләре өсөн рәхмәт әйтеп хушлаштыҡ. Балалар яҡшы тәьҫораттар алып, бик ҡәнәғәт ҡалды. Мәҙәниәт учреждениеларына барыу  ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мауыҡтырғыс ваҡиға булды.  Улар быны оҙаҡ онотмаҫ.

Сабыйҙарға бай йөкмәткеле, күңелле сәфәр ойошторғандары өсөн Тимерғәле Ураҙғоловҡа, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновҡа, "Ультра" кинотеатрҙар селтәре хужаһы Денис Мурашевҡа  рәхмәтлебеҙ. Т.Ураҙғоловҡа айырым рәхмәт, ул мохтаж ғаиләләргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Сауаплы эше ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға хәстәрлек һәм иғтибарлылыҡ бүләк итә.

Изгелек — юл күрһәтеүсе маяҡ кеүек. Башҡалар ҙа ошо мәрхәмәтлелек  ҡылғандарҙан үрнәк алһындар ине. Ярҙам күрһәтеп, һеҙ матди байлыҡ ҡына түгел, ә шатлыҡ һәм өмөт бирәһегеҙ. Изгелегегеҙ һәм йомартлығығыҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ.

Венария Юламанова,

“Ғаилә” район-ара үҙәгенең етәксеһе.              

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: