Инйәр
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:44

Уҡытыусы булыу — тәбиғәттән

Уҡытыусы — үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр.

Уҡытыусы булыу — тәбиғәттән
Уҡытыусы булыу — тәбиғәттән

Уҡытыусы — үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, балаларҙы яратыу кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. 

Ҡыҫынды мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы Йомағужина бала сағынан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ. Тәүге уҡытыусыһы Зифа Рамаҙан ҡыҙының (Баймаҡтан) дәрестәрен ул  һаман яҡты хәтирәләр итеп йөрәк түрендә һаҡлай. Остазының балалар менән йылы мөғәлләмәлә булыуы, һәр дәресенә ҡыҙыҡһындыра белеүе, йомшаҡ һәм шул уҡ ваҡытта талапсан тауышы, тышҡы ҡиәфәте ҡыҙ өсөн матур үрнәк була.

Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы 1963 йылда Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында (икенсе исеме Шүлгән) тыуа. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында бөтөргәс, ата-әсәһе уны 37 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәге Иҫке Собханғолға килтерә. Башҡа ауыл балалары  менән интернатта йәшәп, 10-сы класты тамамлай. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, сараларҙа, мәғариф өлкәһендә ойошторолған ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, беренселектәрҙе алып йөрөгән ҡыҙҙы районда яҡшы беләләр.

Үҫмер Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле факультетына һынауҙар тота, тик конкурстан үтмәй кире ҡайта. Бөрйән мәктәптәренең уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисергән мәле. Миңзәләне РОНО-ға саҡырып алалар һәм Ғәлиәкбәр мәктәбенә пионервожатый итеп ебәрәләр. Йәш кеше ең һыҙғанып эш башлай. Мәктәп уҡыусылары дәрте ташып торған үткер, сая пионервожатыйҙарын яратып өлгөрә. Етәкселек уның ойоштороу һәләтен, яуаплылығын күрә. Бер аҙҙан ҡыҙҙы Мәҡсүт урта мәктәбенә башланғыс кластарҙы уҡытырға ебәрәләр. Әтек мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмөндә лә эшләп өлгөрә.

 1984 йылда Белорет педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә документтарын тапшыра. Имтихан да биреп тормай һөйләшеү ысулы менән генә уҡырға инә. II курс студенттары менән һөнәри белем ала башлай. Уҡыу йортон тырышып, тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. 1987 йылда йүнәлтмә буйынса районыбыҙҙың  Зәйет ауылына эләгә. Байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән йәш белгес яңы коллективҡа, балаларға, ауыл халҡына тиҙ өйрәнә. Уңыштар ҙа күҙгә күренә. Ғөмүмән, зәйеттәр яңы мөғәллимәне үҙ итә.

Шул йылды Ҡыҫынды ауылы егете Фәйез Фәйзрахман улы Яҡупов менән танышып, бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡоралар. Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы байтаҡ йылдар күрше ауылға йөрөп эшләй. Ҡыҙҙары Дилара һәм Дилбәр донъяға килә. Дилара —  Красноусол шифаханаһында — шәфҡәт туташы, Дилбәр  Тәүәкәс мәктәбендә инглиз теле уҡыта. Уңған ханым балаларын тәрбиәләргә лә, мәктәп эшенә лә, ил-йорт мәшәҡәттәрен атҡарырға ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә. Ырғаҡ менән зауыҡлы әйберҙәр бәйләргә, йөн менә булашырға, гөл үҫтерергә ярата. Һуңғы ваҡытта мозаика менән мауыға, аш-һыу оҫтаһы ла.

1992 йыл Ҡыҫынды ауылында урта мәктәп асылғас, М. Йомағужина унда эш башлай һәм бөгөнгәсә ошо белем усағында балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Бөрө педагогия институтының башланғыс кластар бүлеген тамамлай. Яуаплы, талапса һәм һәләтле уҡытыусы дүрт йыл мәктәп директоры вазифаһын да башҡара.

— Уҡытыусы булыу — тәбиғәттән. Эшеңде, балаларҙы, тормошто яратырға кәрәк. Шул мәлдә һинең үҙеңә лә, аралашҡан, уратып алған кешеләреңә лә рәхәтлек, еңеллек, файҙа киләсәк.

Бөгөн кескәйҙәр үтә аҡыллы, тип әйтһәм бер ҙә хата булмаҫ,  өс тиҫтә йыл элек уҡытҡан уҡыусыларымдан ныҡ айырыла. Ул ваҡытта бала-саға шымыраҡ, тынысыраҡ, оялсан була торғайны. Хәҙер донъялар ҙа икенсе, балалар ҙа уға яраҡлашып, үткер, киң даирәле һәм тиктормаҫ.  Улай ғына түгел, ата-әсәләр ҙә яңынан-яңы талаптар ҡуя. Дәүләтебеҙ ҙә уҡытыусыларға маҡсаттарҙы яңыртырға, заманса алымдар менән эш итергә ҡуша. Шуға күрә бер ҙә ҡалышмай, яңылыҡтарҙы ваҡытында белеп, үҙләштереп, уларҙы тормошҡа ашырып йәшәйбеҙ.

Уҡытыусы һөнәре заманса технология менән тығыҙ бәйле. Уларҙы үҙ эшмәкәрлегендә ижади ҡулланған уҡытыусы ғына йәмғиәт ҡуйған талаптарға ярашлы юғары белемле, киң эрудициялы шәхес тәрбиәләй ала. Эшемдә ҡыҙым Дилбәр ныҡ ярҙам итә. Килә һалып белмәгән нәмәләрҙе өйрәтә, күрһәтә. Үҙем дә йәштәрҙән бер ҙә ҡалышырға теләмәйем.

Хәҙер инде уҡыусыларымдың балаларын уҡытам. Эшемдән үҙем дә, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ҡәнәғәт. Йәшәүемдең мәғәнәһе — мәктәп, балалар тәрбиәләү, — тип яратҡан һөнәре тураһында һөйләп ишеттерҙе  Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: