Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:50

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

Уҡытыусы —  белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе.

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы
Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

Уҡытыусы —  белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе.

Районыбыҙҙа бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар бихисап. Абҙан мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына  белем һәм тәрбиә биргән Мөнирә Тимерйән ҡыҙы Иманғәлина уларҙың  береһе. Уның педагогик хеҙмәте маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ.

Мөнирә Тимерйән ҡыҙы 1965 йылда Аҙау ауылында донъяға килә. 1972 йылда Аҙау мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшә. Урта белем алғандан һуң, Белорет педагогия училещеһында башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Ҡыҙылъярҙа башлай. 1984 йылдан 2013 йылға тиклем ошо белем усағында намыҫлы тир түгә. Ауыл балаларын уҡырға, яҙырға ғына түгел, ә донъяны танып-белергә өйрәтә, оло тормош юлына әҙерләй.

Ҡыҙылъярҙа мәктәп ябылғас, 2013 йылдың 1 сентябренән Абҙанға эшкә килә. Ике мәктәптә лә М.Т.Иманғәлина үҙен һәләтле, сабыр холоҡло, баҫалҡы, тырыш, ижади ҡарашлы мөғәллимә итеп күрһәтә. Уның һәр  дәресе үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс һәм йөкмәткеле үтә.

— Мәктәптә эшләү өсөн балаларҙы эскерһеҙ яратыу мотлаҡ. Уҡытыусы менән булған  ихлас мөнәсәбәт уҡыусыларҙың тәртибендә лә, тырышып уҡыуҙарында ла сағыла, — ти ул үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында.

Ысынлап та, үҙең ихлас булғанда ғына балаларҙың күңелен яулап алырға мөмкин. Шуға күрә тәжрибәле уҡытыусы тәрбиәләнеүселәре менән ысын күңелдән аралаша, дәрестәрен, кластан тыш сараларҙы дөрөҫ ойоштора, кескәйҙәрҙең мөмкинлектәрен, ҡыҙыҡһыныуын иғтибар үҙәгендә тота, ғәҙел баһа бирә һәм, иң мөһиме, береһен дә айырып ҡарамай.  Һәр баланың ижади мөмкинлектәрен табырға, асырға һәм үҫтерергә тырыша.

Ниндәй заманда ғына йәшәһәк тә бала бала булып ҡала. Шуҡтары, шаяндары, тиктормаҫтары, үтә иплеләре, аҡыллылары бар. Балаларҙы ысын күңелдән яратыу, һәр балаға шәхес итеп ҡарау мөһим. Ошо тәғлимәттәрҙе тотҡанғалыр Мөнирә Тимерйән ҡыҙына балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә тартылып тора, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. Элекке уҡыусылары, ҡайҙа ғына осратһа ла, уны ҡосаҡлап ала, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ошондай йылы мөнәсәбәттәр нигеҙендә  Мөнирә ханымдың һоҡланғыс кешелек сифаттары яталыр.

Тормош иптәше Камил Рәхмәтулла улы менән Ирик һәм Ләйсән исемле балалар үҫтергәндәр. Бөгөн  Ирик Камил улы — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында бүлек начальнигы булып эшләй, тарих фәндәре кандидаты. Ләйсән Камил ҡыҙы — "Берҙәм Рәсәй" бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең баш белгесе.  Бына шундай ул һәм ҡыҙ үҫтергән, ауыл балаларына ла өлгөлө тәрбиә биреп, талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы  ул Мөнирә Тимерйән ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Н.Йосопова тарафынан ебәрелгән  фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: