Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Сентябрь 2022, 16:07

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа...

Белем көнөн йыл да тулҡынланып көтөп алабыҙ.

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа...
Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа...

Белем көнөн йыл да тулҡынланып көтөп алабыҙ. Ул һәр кемдең йөрәгендә йылы, сағыу хәтирәләр булып оҙаҡ йылдар йәшәй. Айырыуса 1-се һәм 11-се кластар өсөн  иң шатлыҡлы мәл. Тәүгеләре мәктәп тупһаһы аша башлап атлаһа, икенселәре оло тормош дарьяһына иркен йөҙөүгә бына-бына сығабыҙ тип ҡыуана һәм бер аҙ моңһоулана.

Быйылғы 1 сентябрь районыбыҙҙың өс мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары,  ғөмүмән, ауыл халҡы өсөн айырылып торҙо. Күңелле байрам һағышлы, әрнеүле ваҡиға менән бәргә үрелде. Ошо көн Валентиновка мәктәбендә Украиналағы махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Таһир Закир улы Хәсәновтың,  Абҙанда — Марат Әхмәт улы Дәүләновтың, Максим Горькийҙа Дмитрий Евгеньевич Ивановтың яҡты иҫтәлектәренә  арналған мемориаль таҡтаташтар асылды.

Марат Әхмәт улы Абҙан ауылында тыуған. Башланғыс һәм урта белемде тыуған мәктәбендә ала. Уны тамамлағас, йылға училищеһына уҡырға инә. 1985 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 14 йылдан ашыу Эске эштәр министрлығында енәйәтте тикшереүҙең өлкән вәкиле вазифаһында эшләгән. Пенсияға майор дәрәжәһендә сыға. Ул хәрби хәрәкәттәр ветераны ла. Бурыс һәм намыҫ тойғоһо, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ — ҡаһарман яҡташыбыҙҙың  айырылғыһыҙ сифаттары. Марат Дәүләнов яугир-профессионал булараҡ, антҡа һәм бурысҡа тоғро ҡалып, хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә үҙен сыҙамлы, тәжрибәле, көслө рухлы һалдат итеп күрһәтә.

Тантаналы митингыла БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы О.В.Полстовалов, БР “Һуғыш сәнғәт”е союзы рәйесе А. А. Соснин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Н. Сәғитова, Абҙан ауыл хакимиәте башлығы Айнур Хәсәнов, Марат Әхмәт улының тол ҡатыны  — Светлана Мөхтәстәр ҡыҙы Дәүләнова, улы, туғандары һәм яҡындары, ауылдаштары  ҡатнашты.

Валентиновка мәктәбендә лә Белем көнөнә арналған тантаналы линейканан һуң, Таһир Закир улы Хәсәновҡа бағышланған  таҡтаташтан ҡорған алынды. Иҫтәлекле ваҡиғала Таһир Закир улының яҡындары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, ауылдаштарынан тыш О.В. Полстовалов, А.А.Соснин, Г. Н. Сәғитова һәм Инйәр ауыл хакимиәте башлығы П.Л.Голубев ҡатнашты.

Таһир ҙа урта белемде нәҡ ошо белем усағында ала. 2001 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөләге 64-се лицейға уҡырға инә. Унда дүрт йыл уҡый. 2006 йылда Рәсәй армияһы сафына хәрби бурысын үтәргә оҙатыла. Артабан килешеү буйынса хеҙмәт итергә ҡала. Таһир 19 йәшендә атаһын юғалта, уҙған йылдың 12 майында әсәһе вафат була. Рәсимә менән Алина исемле ҡыҙҙары тороп ҡалды.

Сараға йыйылыусылар батырҙарса һәләк булған ир-уҙамандарҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә төшөрҙө. Уҡытыусылары, яҡындары, ауылдаштары тулҡынландырғыс телмәр тотто.  

Яугир яҡташтарыбыҙ һәр беребеҙ өсөн үрнәк, илһөйәрлек өлгөһө. Беҙҙең бурыс — уларҙы иҫләү, Ватаныбыҙҙы һөйөү, һаҡлау.  Улар Рәсәйҙең иң яҡшы улдарының береһе.

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: