Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
6 Сентября 2022, 11:17

Хәҙер шәхси мәғлүмәттәрҙе талап итә алмаясаҡтар

1 сентябрҙән Рәсәйҙә “Ҡулланыусылар хоҡуҡтары тураһында”ғы закондың 16-сы статьяһына үҙгәрештәр индерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәҙер шәхси мәғлүмәттәрҙе  талап итә алмаясаҡтарХәҙер шәхси мәғлүмәттәрҙе  талап итә алмаясаҡтар
Хәҙер шәхси мәғлүмәттәрҙе талап итә алмаясаҡтар

1 сентябрҙән Рәсәйҙә “Ҡулланыусылар хоҡуҡтары тураһында”ғы закондың 16-сы статьяһына үҙгәрештәр индерелде. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында белдереүҙәренсә, был иң төп үҙгәрештәрҙең береһе – ҡулланыусыға, килешеүҙе өҙөү менән янап, шәхси мәғлүмәттәрен талап итә алмаясаҡтар.

Йыш ҡына кредит ойошмаһы кредит биргәндә шәхси страховкалау килешеүен дә төҙөргә ҡуша. Хәҙер был мөмкин булмаған шарт тип иҫәпләнә.

Бүләк ителгән карталарға ла бәйле үҙгәрештәр бар: хәҙер уларҙы кире ҡайтарырға мөмкин. Тағы ҡулланыусы ризалығынан тыш, өҫтәмә түләүле хеҙмәттәрҙе лә күрһәтергә ярамай.

Д.Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас