Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
17 Августа 2022, 10:03

Ғәҙәттән тыш осрашыу

Архангел ветеринария станцияһында район биләмәһендә ауыл хужалығы хайуандары һәм ҡош-ҡорттар араһында үтә ҡурҡыныслы йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәҙәттән тыш осрашыуҒәҙәттән тыш осрашыу
Ғәҙәттән тыш осрашыу

Архангел ветеринария станцияһында район биләмәһендә ауыл хужалығы хайуандары һәм ҡош-ҡорттар араһында үтә ҡурҡыныслы йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Һөйләшеү барышында сусҡаларҙың африка тағуны һәм ҡош киҙеүе кеүек ҡурҡыныс сирҙәрҙең таралмауына юл ҡуймау мәсьәләһе тикшерелде.

Кәңәшмәне  район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин асты. Артабан һүҙ Архангел ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтовҡа бирелде. Ул Рәсәй Федерацияһындағы һәм Башҡортостан Республикаһындағы эпизоотик хәл-торошҡа дөйөм байҡау яһаны, шулай уҡ сусҡаларҙың африка тағунын һәм ҡош киҙеүен булдырмау  саралары хаҡында һөйләне. БР Экология министрлығының һунарсылыҡты күҙәтеү дәүләт инспекторы Ю.П.Кириллов “Ҡыр ҡабандары африка тағунын таратыусы төп сығанаҡ. Африка тағунының таралыуын сикләү юлдары” тигән доклады менән сығыш яһаны.

Белгестәр һәм ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре борсоған һорауҙарға төплө яуап, кәрәкле кәңәш алды, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Татьяна Силантьева,

район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас