

“Терра Башҡортостан” ат бәйгеһе республикала башҡорт атын үрсетеү һәм үҫтереү, тоҡом сифаттарын яҡшыртыу һәм Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында йылҡысылыҡты тергеҙеү буйынса эштәрҙе ойоштороу маҡсатында уҙғарыла.
Үткән ял көндәрендә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының дүртенсе этабы үтте. Унда Архангел, Асҡын, Белорет, Мишкә райондары бәйгеселәре көс һанашты. Сарала ҡәтғи рәүештә башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнашты. Юртаҡтарҙың һаны барлығы 21 булды.
Ҡағиҙә буйынса, турнир ике этапта үтте: тәүҙә бәйгелә район чемпионы билдәләнде, унан беренсе һәм икенсе урын алғандар ипподром аттарын менеп ярышты.
Беҙҙең райондың данын Намаҙ ҡушаматлы айғыр яҡланы. Уның хужаһы — Тирәкле ауылынан Салауат Шәйхин. Намаҙ үҙ заезында 5-се урынды яуланы. Һөҙөмтәләр олимпиада алымы буйынса билдәләнде. Үҙебеҙҙең йылҡысылар, жокейҙар һәм бәйгегә ҡағылышы булғандарҙың барыһы ла афариндар!
Әйткәндәй, дүртенсе этапта иң шәп бәйгесе тип Эдик Батталов танылды (Мишкә районынан).
Азамат Нарбутин,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.