

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып Юлай Батыргәрәй улы Мәзитов тәғәйенләнде. Был турала дүшәмбе көн район хакимиәте йортондағы ултырышта хәбәр ителде.
Юлай Батыргәрәй улы 1981 йылда Заря ауылында тыуған. Максим Горький мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетының “Һауыҡтырыу эше” йүнәлеше буйынса уҡырға инә. 2007 йылда уны уңышлы тамамлай һәм хеҙмәт юлын тыуған районында башлай. Ул — беренсе категориялы хирург.
2011 йылда Ю.Б.Мәзитов “Патологик анатомия”, 2016 йылда “Онкология”, 2022 йылда “Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмғиәт һаулығы” һөнәрҙәре буйынса уҡый. Белемен даими камиллаштырып тора. Чечен һуғышы ветераны ла. 2019 йылдан Архангел ауыл билмәһе депутаты.
2021 йылда “Яҡшы йыл табибы” республика бәйгеһендә “Яҡшы хирург” номинацияһында 3-сө урынды яулай. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге уңыштары, дауахананың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бер нисә тапҡыр үҙәк район дауаханаһы һәм район хакимиәтенән Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырыла. 2022 йылдың 11 авгусынан — үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһында.
Д.Янбаева.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.