Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:31

Әйҙә һеҙҙең өсөн, беҙҙең өсөн, десант һәм спецназ өсөн...

Десант һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү — ул ҙур ышаныс һәм намыҫ.

Әйҙә һеҙҙең өсөн, беҙҙең өсөн, десант һәм спецназ өсөн...
Әйҙә һеҙҙең өсөн, беҙҙең өсөн, десант һәм спецназ өсөн...

Десант һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү — ул ҙур ышаныс һәм намыҫ. Бында хеҙмәт итеү өсөн физик әҙерлек менән бер рәттән белемле, рухи яҡтан көслө, илһөйәр булыуың да мотлаҡ, сөнки десантсылар һәр саҡ алдынғылар рәтендә.

Йыл һайын 2 августа ил десантсылары һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары һөнәри байрамдарын билдәләй. Был иҫтәлекле көн 2006 йылдың 31 майында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән раҫланған.

Һауа-десант ғәскәрҙәрен “ҡанатлы пехота”, ”зәңгәр береттар” тип тә атайҙар.  Улар һәр ваҡытта һәм төрлө хәлдәрҙә лә “Беҙҙән башҡа бер кем дә” девизы менән йәшәүсе көслө, ҡыйыу, ышаныслы ир-егеттәр булып ҡала.

Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, Һауа-десант ғәскәрҙәренең тарихы 1930 йылдың 2 авгусына барып тоташа. Был ваҡытта Мәскәү хәрби округының Воронеж эргәһендәге Хәрби-һауа көстәре күнекмәләрендә хәрби летчиктар Леонид Минов һәм Яков Мошковский етәкселегендә 12 кешенән торған подразделение тәүге тапҡыр парашюттан һикерә.

Беҙҙең районда Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр ветерандары байтаҡ. Абҙан ауылында йәшәүсе Илнур Ирек улы Йосопов уларҙың бәреһе. Ул 1990 йылдың 3 мартында Гөлшат Мөсәғит ҡыҙы менән Ирек Мәхмүт улы Йосоповтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс һәм урта белемде 2-се Архангел мәктәбендә ала. Рус мәктәбендә уҡыуына ҡарамаҫтан, Илнур үҙ туған телендә саф һөйләшә, бөгөн балаларын да шулай тәрбиәләй. Мәктәп йылдарында спорт менән шөғөлләнә, йәштән үк үҙен әрме тормошона әҙерләй.

— 11-сене бөткәс, документтарымды Ишембай нефть колледжына алып барҙым. 2007 — 2010 йылдарҙа һөнәри белемгә эйә булдым. Дипломдан һуң, июль айында хәрби комиссариат повестка тотторҙо. Олатайҙарым, атайым, ағайҙарым барыһы ла  “һалдат һурпаһы”н эскән. Шуға күрә армияға барыуҙы, һис шикһеҙ, мотлаҡ кәрәк, тип ҡараным.

Мине махсус тәғәйенләнештәге ғәскәргә (спецназ)  йүнәлттеләр. Башта Һамар ҡалаһында хәрби уҡыуҙар үттем. Аҙаҡ хеҙмәтемде махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙең 3-сө айырым бригадаһы составында Рощинский хәрби ҡаласығында, Бинарадкала, Тольятти хәрби частарында хеҙмәт итергә тура килде.  Һамарҙан йыраҡҡа ебәрмәнеләр.

Десанттар төрлө була, мәҫәлән, һауа десанты һәм диңгеҙ десанты (“диңгеҙ бесәйҙәре”). Был ғәскәрҙәр мөһим тактик бурыстарҙы: дошман оборонаһын йырып сығыуҙы, төп көс килгәнсе плацдармдарҙы, стратегик объекттарҙы алыуҙы башҡара. Ғөмүмән, улар йәйәү йәки танкта үтәй алмаҫыҡ һөжүмдәрҙе тормошҡа ашыра.

Махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр — махсус операцияларҙы үтәүсе подразделениелар. Улар флот, йәйәү, һауа, шулай уҡ полиция һәм эске органдарҙың бер өлөшө булып тора. Рәсәйҙә ВДВ спецназы 1994 йылда төҙөлә. Шул йылдың июлендә ул тулыһынса йыйылып бөтөп, Чечняға оҙатыла. Спецназ һалдаттары — Рәсәй армияһының нигеҙе һәм терәге.

Десантсы һәр яҡлап оҫта: төрлө ҡоралдан да яҡшы ата, парашют менән дә һикерә, хәрби техника менән дә эш итә, уны йөрөтә лә белә… Ҡыҫҡаһы, “ҡанатлы пехота”ға эләгергә теләүселәр, тәү сиратта, хеҙмәт иткән ваҡытта төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн физик яҡтан көслө һәм мораль яҡтан әҙер, белемле, ҡурҡыу белмәҫ, сәләмәт тормош алып барырға тейеш, сөнки төрлө һәм күп сәғәтле күнекмәләргә бөтәһе лә сыҙай алмай. Психик торошҡа ла  иғтибар бирелә. Егеттәр төрлө хәл-ваҡиғаларҙа тыныс холоҡло, түҙемле булып ҡалырға тейештәр.  Башта армияла хеҙмәт иткән,  физик һәм рухи яҡтан ныҡ, сәләмәт һалдаттар ғына  спецназдың нимәгә барғанын һәм үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын яҡшы аңлай.

Һауа-десант ғәскәренә ҡараған махсус тәғәйенләнештәге ғәскәргә эләгеүем менән ғорурланам. Бер йыл ғына хеҙмәт итһәм дә армия тормошо мине күп нәмәгә өйрәтте. Шуларҙың береһе — ышаныслы, тоғро дуҫтарҙы табырға, ҡәҙерҙәрен белергә, сыҙамлылыҡҡа һәм дөрөҫ йәшәргә.

Хеҙмәтемде теүәлләп ҡайтып, аҙмы-күпме торманым, Себер тарафтарына юлландым. Унда Норильск тау-металлургия комбинатына эшкә урынлаштым. Ата-әсәйем Абҙанда, олатайымдың урамында, йорт һалырға кәңәш бирҙе. Дәртләнеп шунда нигеҙ ҡора башланым. Бөгөн хәләл ефетем Ксения Әсҡәт ҡыҙы менән Эмилия (8 йәш) һәм Румиль (7 айлыҡ) исемле балалар үҫтерәбеҙ. 2019 йылда эш урынымды алмаштырҙым — 63-сө  янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы булып хеҙмәт стажымды дауам итәм. Эшем оҡшай, ул минең холҡома  тура килә.

Шәхси хужалығымда аттар үрсетеү менән шөғөлләнәм.  Ғөмүмән, башҡорт аты иғтибарға лайыҡ, тигән фекерҙәмен, — тип хеҙмәт йылдарын хәтергә төшөрөп, буласаҡ һалдаттарға кәңәштәрен бирҙе Илнур Йосопов.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: