Инйәр
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 15:50

“Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек биләмәһе”

Туймазы районының Үрге Троицк (Верхнетроицкое) ауылында урынлашҡан  психоневрологик интернатта “Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек биләмәһе”  тип аталған мәҙәни-спорт фестивале уҙҙы.

“Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек биләмәһе”
“Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек биләмәһе”

Туймазы районының Үрге Троицк (Верхнетроицкое) ауылында урынлашҡан  психоневрологик интернатта “Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек биләмәһе”  тип аталған мәҙәни-спорт фестивале уҙҙы. “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортонда социаль хеҙмтләндереүҙе алыусылар был юлы ла ситтә ҡалманы. Тәүгеләрҙән булып, сарала ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Фестиваль күңелле һәм ыңғай мөхиттә үтте. Командаларҙың әҙерлектәре лә яҡшы ине. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙең сағыу презентацияһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.  Скандинав атлау, оло йәштәгеләр өсөн йога буйынса оҫталыҡ-дәрестәре тәҡдим ителде. Гөлләмә яһау конкурсында  сәскәләрҙе матур итеп берләштерә белеүҙә көс һаналды.  Шулай уҡ бильярд, шашка уйнау ҡыҙыу уҙҙы. Әйткәндәй, шашка буйынса Рәшит Фәтҡуллин беренсе урынды яуланы.

“Психологик кафе” тип аталған бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө башватҡыстар систе, һүрәттәр төшөрҙө. Иң һуңында “көмөш” ирекмәндәр менән флэш-моб ойошторолдо.

Әлиә Муллагилдина,

“Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортоноң художество етәксеһе.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: