Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:37

Коронавирустың яңы тулҡынына әҙерләнеү өсөн ваҡыт аҙ ҡалды

Сентябргә коронавирустың әүҙемләшеүе көтөлә.

Коронавирустың яңы тулҡынына  әҙерләнеү өсөн  ваҡыт аҙ ҡалды
Коронавирустың яңы тулҡынына әҙерләнеү өсөн ваҡыт аҙ ҡалды

Сентябргә коронавирустың әүҙемләшеүе көтөлә. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған хөкүмәт кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе. Ләкин республика халҡының яңы тулҡынға әҙерләнеү һәм вакцина яһатыу өсөн ваҡыты бар, тип билдәләне Анна Казак.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, бөгөнгә республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡло. 1 авгусҡа тиклемге мәғлүмәттәр буйынса, 108 пациент – стационарҙа, 363-ө амбулатор шарттарҙа дауалана. Республикала инфекцияның таралыу коэффициенты 1,3 процент тәшкил итә. Һуңғы ете көндә үҫеш – 26 процент.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 29 августа вакцинация һәм ревакцинация барышы тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушты.

Д. Фәтихова.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: