Инйәр
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:11

Баҫыуҙарҙа фитосанитар мониторинг

Фитосанитар  мониторингы (веб-сайт, мобиль ҡушымта).

Баҫыуҙарҙа фитосанитар  мониторинг
Баҫыуҙарҙа фитосанитар мониторинг

Фитосанитар  мониторингы (веб-сайт, мобиль ҡушымта)  —   табылған  зарарлы  объекттар  тураһында, уларҙың геолокация   дәүмәлен  күрһәтеп,   һанлы  мәғлүмәт алырға  һәм  хужалыҡ  биләмәһе   эргәһендә  ҡоротҡостар  табылыу тураһында аграрийҙарға белгертеп,  сәсеүлектәрҙе үҙ ваҡытында  һаҡлап ҡалыу   сараларын  күреү  өсен  оператив  рәүештә  хәбәр ебәрергә   ярҙам  итә  торған  мәғлүмәт системаһы.  Ҡырҙағы зарарлы объекттарҙың булыуы тураһында мобиль телефонға ебәрелгән мәғлүмәттән һәр кем файҙалана ала.  

Бынан тыш, программала сүп үләндәре, сирҙәр тураһында ла белешмәләр, “РФ территорияһында ҡулланырға рөхсәт ителгән пестицидтар  һәм  агрохимикаттар  исемлеге”, зарарлы объекттарға ҡаршы көрәш саралары ла тәҡдим ителгән.

 “Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалының Ҡырмыҫҡалы район-ара бүлеге белгестәре район мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә районыбыҙҙың 3500 гектар  майҙанлы яландарында сәсеү эштәре башланыу менән фитосанитар  мониторинг уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә, “Үҙәк” МТС-тың, “Сабитов”, “Кузнецов”, “Инйәр”, “Ниғәмәтйәнов”, “Иванов” кәрәҫтиән-фермер хужалыҡтарының, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы баҫыуҙары тикшерелде.

Фитосанитар  мониторинг зарарлы организмдарҙың үҫешен асыҡлау һәм уларҙы юҡ итеү юлдарын табыу маҡсатында ойошторолдо. Бөгөн район баҫыуҙарында фитосанитар торош ыңғай.   

  Ләйсән Мөхәмәтҡолова,

“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалының Ҡырмыҫҡалы район-ара бүлеге начальнигы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: