Инйәр
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Август 2022, 16:16

Бүләге лә, бүләге!

Ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына “Инйәр” гәзитенә яҙылыу кампанияһы башланыу менән тоғро дуҫтарыбыҙ ваҡытты оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, квитанция күсермәләрен редакцияға килтерә лә башланы.

Бүләге лә, бүләге!
Бүләге лә, бүләге!

Ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына “Инйәр” гәзитенә яҙылыу кампанияһы башланыу менән тоғро дуҫтарыбыҙ ваҡытты оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, квитанция күсермәләрен редакцияға килтерә лә башланы. Бөгөн күптәр күсермәләрҙе ватсап аша  ебәрә, бик уңайлы.

Тәүәкәс ауылынан Рәғиҙә Ғәрифулла ҡыҙы Илназароваға төп бүләк — пароварка эләкте. Тәжрибәле башланғыс кластар уҡытыусыһы бөгөн  Тәүәкәс мәктәбендә мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө балаларына белем һәм тәрбиә бирә.

— “Инйәр”ҙе 2000 йылдан бирле алдырам һәм яратып уҡыйым. Гәзиттә булған барлыҡ мәҡәләләр, яҙмалар, махсус биттәр бик оҡшай. “Тулҡын”, ”Юбилярҙар”, “Йәнгүзәл”, “Көн тарихы”, “Иман нуры”, “Хужабикә ҡумтаһына” һәм башҡа рубрикалар күңелгә ятышлы. Яңылыҡтар, үрнәк алырлыҡ кешеләрҙең яҙмышы, эшмәкәрлеге менән танышам. Гәзиттең башынан аҙағына тиклем уҡып сығам. Квитанцияларҙы йыл да ебәреп торам. Был юлы бәхет йылмайҙы! Гәзиттә үҙемдең фамилиямды күргәс, ышанмайыраҡ торҙом.  Редакцияға яҙып, һорашып, бүләктең эйәһе үҙем икәнен белгәс, эй шатландым!

Редакция хеҙмәткәрҙәренә сәләмәтлек, уңыштар, “Инйәр” ҙең артабан да тормош ҡаршылыҡтарына ҡарамай йәшәүен, үҫеүен теләйем. Райондаштарымды “Инйәр”гә әүҙем яҙылырға саҡырам. Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ! — тине Р.Илназарова.  Бүләк менән ҡыуанап файҙаланырға яҙһын!        

Д.Янбаева.

 Илмир Ҡаһарманов фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: